10:31 (UTC+5), 26 Апрель 2018

Ҡытай телевидениеһында Шүлгәнташ тураһында фильм күрһәтелде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Кисә Аньхой провинцияһының үҙәк телевидениеһында «Сәнғәт бишеге. Шүлгәнташ мәмерйәһе» фәнни-популяр фильмдың премьераһы булды. Башҡортостан журналистары әҙерләгән фильм сит ил һәм Рәсәй ғалимдарының мәмерйәлә палеолит осоро рәсемдәрен һаҡлап ҡалыу буйынса эше хаҡында бәйән итә. Ҡытай тамашасыларын Башҡортостан халыҡтарының тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм бөгөнгө ҡаҙаныштары менән таныштырыу өсөн тағы бер нисә тапшырыу эфирға әҙер ҙә инде.
Телетапшырыуҙар менән алмашыу Аньхой провинцияһы телевидениеһы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы һәм Аньхой университеты ҡарамағындағы Рәсәйҙе өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге араһында өс яҡлы хеҙмәттәшлек сиктәрендә бойомға ашырыла. Май урталарында Башҡортостан телеканалында «Ҡытай телевидениеһы аҙналығы» башлана, уның барышында Аньхой провинцияһындағы коллегаларыбыҙ әҙерләгән тапшырыуҙарҙы күрһәтеү ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан.
http://www.bashinform.ru/news/1150481-film-o-peshchere-shulgan-tash-pokazali-v-efire-kitayskogo-televideniya/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика