08:20 (UTC+5), 26 Апрель 2018

Ҡырымда башҡорт шағиры һәм сатирик Марсель Сәлимовтың китабы донъя күрҙе

Валерий Басыров
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ҡырым Республикаһының баш ҡалаһында Симферополдә Марсель Сәлимовтың (Мар. Салим) «Аллалар менән һөйләшеү» («Разговор с богами») тигән яңы китабы баҫылып сыҡты. «Таврида» заманса нәфис тәржемә үҙәге проекты буйынса сыҡҡан баҫма «Өлөш» нәшриәтендә донъя күрҙе.
Йыйынтыҡҡа башҡорт сатира оҫтаһы һуңғы йылдарҙа яҙған шиғырҙар ингән. Автор был китапты дуҫы – күренекле рус яҙыусыһы һәм тәржемәсе Иван Тертычныйҙың (1953-2017) яҡты иҫтәлегенә арнай. Шиғырҙарҙы башҡорт теленән Иван Тертычный һәм Николай Переяслов тәржемә иткән.
Китап ике бүлектән тора: беренсеһә – сатирик һәм публицистик, икенсеһенә – юмористик һәм лирик шиғырҙар ингән.
Баҫманың тышында башҡорт карикатурисы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Хәлил Әхтәмовтың «Олимпта сатирик» дуҫтарса шаржы файҙаланған. Дизайнды Ҡырым рәссамы Кирилл Лемешко башҡарған, ул сериялар логотибын да әҙерләгән. Китаптың тиражы – 1500 дана.
Марсель Сәлимов – Сергей Михалков, Владимир Гиляровский (Рәсәй), Николай Гоголь (Украина), Эрнест Хемингуэй (Канада) исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия лауреаты, «Алеко» (Болгария) премияһы, «Интеллигент миҙгел» (Саки ҡалаһы, Ҡырым) фестивале лауреаты.
http://www.bashinform.ru/news/1150388-v-krymu-izdana-kniga-bashkirskogo-poeta-satirika-marselya-salimova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика