16:00 (UTC+5), 20 Апреля 2018

Республика етәксеһе Африка студенттарынан башҡорт бейеүен әҙерләүҙәрен һораны

видеотрансляциянан скриншот
видеотрансляциянан скриншот
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө нефть техник университетын тамамлаусы, «ПОЛИЭФ» акционерҙар йәмғиәте стажеры, Башҡортостан Республикаһында Африка студенттары союзын ойоштороусы, «Башҡортостан Республикаһының йыл студенты – 2017» конкурсы еңеүсеһе, Анголанан Эштейта Матеуш Антониу тура эфирҙа Рөстәм Хәмитовҡа һорау бирҙе.
Эштейта Матеуш республика Башлығы менән башҡорт телендә һаулыҡ һорашты һәм бында алты йыл йәшәгәнгә күрә үҙен «афробашҡорт» итеп һанауын хәбәр итте.
«Бында килгәндә өйрәнеп китеүе ауыр булды. Ләкин башҡорт халҡының изгелегенә һәм университетта булдырылған шарттарға күрә тиҙ яраҡлашып киттек, — тип һөйләне Матеуш. — Уҡыған ваҡытта Башҡортостандың бай мәҙәниәтенә үтеп индек. «Мин башҡорт телен өйрәнәм» проектында ҡатнаштым. Башҡортостан халҡын донъялағы төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте менән таныштырыуҙы үҙемдең бурысым тип иҫәпләйем. Нефть университетында байтаҡ проекттар астыҡ, уларҙың берәүһе – ул Африка бейеү мәктәбе. Йыл һайын юғары уҡыу йортонда бик күп саралар үтә һәм беҙ саралар кимәлен республика һәм хатта федераль кимәлгә күтәрергә теләйбеҙ.
Эштейта Матеуш Рөстәм Хәмитовты Өфө дәүләт нефть техника университетына килеп, сил ит студенттары менән танышырға саҡырҙы. Ул юғары уҡыу йортонда 1300 самаһы сит ил студенты белем ала, тип хәбәр итте. Уларҙан 250 – Африка илдәре вәкилдәре.
«Саҡырыуығыҙҙы ҡабул итәм, — тине республика Башлығы. — Һеҙ бер нисә Африка һәм башҡорт бейеүен әҙерләгеҙ. Һеҙҙең башҡарыуығыҙҙа башҡорт бейеүҙәре бик шәп күренәсәк! Ҡыҙыҡлы милли ваҡиға ойоштороп күрһәтербеҙ. Мәҙәниәттәрҙең бер-береһенә үтеп инеүе ғәмәлдәге һәм буласаҡ мөнәсәбәттәрҙең нигеҙе булып тора.
http://www.bashinform.ru/news/1147170-rustem-khamitov-poprosil-afrikanskikh-studentov-podgotovit-bashkirskie-tantsy-/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика