Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.31
-0.38
98.47
-0.09
83.75
+0.22
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Апрель 2018, 12:00

Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙән «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенә булышлыҡ итергә вәғәҙәләне

видеотрансляциянан скриншот
видеотрансляциянан скриншот
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәскәүҙән «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге тура эфирҙа Башҡортостан Башлығына коллективҡа ярҙам итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Коллективта ҡатнашыусылар Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағында республиканың Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә йыйылды.
Башҡорт мәҙәниәтен бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә танытҡан, Липецк өлкәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттары һәйкәлен яңыртыуға өлгәшкән яҡташтарыбыҙҙы ирекмәнлек шарттарында эшләүҙәре борсой. «Аҡ тирмә» директоры Юлиә Әхмәтова Рөстәм Хәмитовтан үҙәккә даими нигеҙҙә дәүләт ярҙамы һораны. Коллективҡа сәхнә кейемдәренә, музыка ҡоралдарына, яҙма һәм фонограммаларға аҡса кәрәк.
«Костюмдар, аппаратура буласаҡ. Тағы нимә – биҙәүестәр, музыка ҡоралдары кәрәкме? Башҡа бөтә атрибутика – улар ҙа буласаҡ, — тип вәғәҙәләне республика Башлығы. — Был ниндәйҙер ғәйәт ҙур мәсьәлә түгел, беҙ уны тиҙ арала хәл итербеҙ. Ә мин һеҙҙән Башҡортостан мәҙәниәтен бер ниндәй тартыныуһыҙ, изге күңел менән танытыуығыҙҙы, шиғырҙар һәм ҡыҙыҡлы йырҙар яҙыуығыҙҙы һорайым. Беҙҙең башҡорт бейеүҙәре һәр саҡ бөтә концерттарҙы биҙәй. Тимәк, беҙ һеҙҙең менән килештек һәм дөрөҫ изге – Башҡортостан мәҙәниәтен халыҡҡа сығарыу ғәмәлен тағы нисек нығытыу мөмкинлеген уйларбыҙ».
«Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге 2014 йылдан Рәсәйҙең баш ҡалаһында яҡташтарҙы берләштереү, башҡорт мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлек алып бара. Етәксеһе – Гөлсинә Батыршина, директоры – Юлиә Әхмәтова. Коллектив дөйөм ҡала байрамдарында, милләт-ара фестивалдәрҙә сығыш яһай. Ансамбль репертуарында – башҡорт фольклоры өлгөләре – йолалар, халыҡ йырҙары, бейеүҙәр һәм Башҡортостан композиторҙары әҫәрҙәре. 2017 йылдың ноябрендә «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттары ерләнгән Липецк өлкәһе Тербун районының Тербун ауылында һәйкәлде яңыртыуға һәм туғандар ҡәберлегендә яңы таҡтаташ асыуға булышлыҡ итте. 2018 йылдың февралендә «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге Башҡортостан, Иран, Мәскәү һәм Санкт-Петербург башҡарыусыларын берләштереп, өсөнсө отчет концерт үткәрҙе. 2018 йылдың мартында коллектив Төркиәлә Халыҡ-ара Наурыҙ байрамында ҡатнашты, шулай уҡ Истанбулда башҡорт йырына видеоклип төшөрҙө.
http://www.bashinform.ru/news/1147061-rustem-khamitov-poobeshchal-podderzhat-bashkirskiy-natsionalno-kulturnyy-tsentr-ak-tirme-iz-moskvy/
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: