05:30 (UTC+5), 20 Апреля 2018

Баш ҡала халҡын Назар Нәжмиҙең 100 йыллығына «Өфө йүкәләре» йыр фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөләрҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Өфө йүкәләре» йыр фестивалендә ҡатнашырға саҡыралар. Сара 2018 йылдың апреленән майға саҡлы үтә.
Фестивалдә репертуарында Өфө хаҡында йыры булған башҡарыусылар ҡатнаша ала. Фестивалгә Өфө ҡалаһының тарихы, уның үҙенсәлеге, тарихи һәм иҫтәлекле урындары, ҡала халҡына хас төп һыҙаттары сағылған төрлө жанрҙағы һәм йүнәлештәге йырҙар тәҡдим ителә.
Сара ике йәш категорияһы (14 йәшкәсә һәм 14 йәштән өлкәнерәк) араһында һәм ике номинацияла уҙғарыла: «Өфө хаҡында иң яҡшы башҡарыу» (профессиональ башҡарыусылар), «Өфө хаҡында иң яҡшы башҡарыу» (һәүәҫкәр башҡарыусылар).
Фестивалде ойоштороусылар – Өфө хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы. Ғаризалар 30 апрелгә саҡлы фестивалде ойоштороу комитеты адресына (Октябрь проспекты, 114/1) ҡабул ителә.
Телефон: (347) 279-06-38.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика