08:30 (UTC+5), 18 Апреля 2018

Рәсәй Журналистар союзының 100 йыллығына «Журналистика – беҙҙең яҙмыш» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Олег Яровиков
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Рәсәй Журналистар союзының 100 йыллығына «Журналистика – беҙҙең яҙмыш» конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.
2018 йыл Рәсәй Журналистар союзының йөҙ йыллығы менән иғтибарға лайыҡ. Ул 1918 йылдың 13 ноябрендә Совет журналистарының беренсе съезында ойошторола. Шуның менән бәйле Башҡортостан Журналистар союзы, Тыва коллегаларының башланғысын күтәреп, «Журналистика – беҙҙең яҙмыш» темаһына конкурс иғлан итте.
Конкурс жюрийендә: Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, консультанты Мәүлиҙә Яҡупова, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының матбуғат киң мәғлүмәт саралары бүлеге баш белгесе, Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Неля Ғәйнетдинова, «Өмет» гәзитенең баш мөхәррире Рәдис Ноғоманов, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Шакиров, радиожурналист Наталья Санникова.
«Бөгөнгө көнгә Башҡортостан Журналистар союзының конкурс комиссияһына 10-дан ашыу материал тапшырылған, — тип һөйләне Башҡортостан Журналистар союзы консультанты Мәүлиҙә Яҡупова. — Һөнәрҙәштәребеҙҙең әүҙемерәк булыуҙарын һәм журналистикаға нисек килеүҙәре, яҙмыштың һәм профессияның нимә менән осраштырғаны, ниндәй фәһем алыуҙары, тормошта кемдәр менән осрашҡандары хаҡында уртаҡлашыуҙарын, сығарылыш имтихандары алдында торған, «тормош хаҡында фекер йөрөткән үҫмергә» кәңәш биреүҙәрен һорайбыҙ».
Ғаризалар 2018 йылдың 1 июненә тиклем ҡабул ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1145961-prodolzhaetsya-priem-zayavok-na-konkurs-zhurnalistika-nasha-sudba-k-100-letiyu-soyuza-zhurnalistov-r/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика