12:02 (UTC+5), 18 Апрель 2018

Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында Ғаилә йылын яҡтыртыу конкурсы башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда киң мәғлүмәт сараларында Ғаилә йылын иң яҡшы яҡтыртыуға «Ғаилә палитраһы» конкурсы иғлан ителде.
Конкурста Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы ҡарамағында булған республика, ҡала, район гәзит һәм журнал редакциялары, шулай уҡ республика электрон киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша ала. Эштәр төрлө жанрҙа булырға мөмкин — мәҡәлә, репортаж, интервью, очерк һәм башҡалар.
«Ғаилә — ул үҙенең традициялары һәм ҡиммәттәре булған «дәүләт», йәмғиәткә, мораль һәм әхлаҡи принциптарға ылыҡтыра башлау. Киң мәғлүмәт сараларында лайыҡлы балалар тәрбиәләгән ныҡлы ғаиләләр тураһында очерктар уҡырға, кеше яҙмышында ғаиләнең әһәмиәтенә арналған тапшырыуҙар ҡарарға, шулай уҡ йәмғиәттең иғтибарын ғаилә институтына булышлыҡ итеү һәм уны үҫтереү, ғаиләнең абруйын күтәреү буйынса дәүләт, йәмғиәт һәм бизнес эшиәкәрлеге мәсьәләләренә йәлеп итергә теләйбеҙ», — тип хәбәр итте Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баш белгесе Нилә Ғәйнетдинова.
Конкурсҡа 2018 йылдың 1 ғинуарынан 1 декабргә тиклем донъя күргән эштәр ҡабул ителә. Уларҙың һаны сикләнмәй. Материалдарҙы 10 декабргә ҡәҙәр түбәндәге адресҡа ебәрергә кәрәк: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, 420-се бүлмә, баҫма киң мәғлүмәт саралары бүлеге. Телефон: (347) 218-07-72.
Сараны ойоштороусылар — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Журналистар союзы. Конкурс тураһында положение ойоштороусыларҙың сайттарында бирелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1145820-v-bashkirii-obyavlen-konkurs-semeynaya-palitra-na-luchshee-osveshchenie-goda-semi-v-smi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика