11:26 (UTC+5), 16 Апреля 2018

Өфөлә «Китап» нәшриәте Рәзилә Низамова менән Автограф көнөнә саҡыра

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Автограф көнө уҙғара. Әҙәбиәт һәм сәнғәт һөйөүселәрҙе, шулай ҡәләм тибрәтә башлаған яҙыусыларҙы «Иңдәремдә заман хәстәре» исемле сараға саҡыралар.
Унда журналист, шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Рәзилә Низамованың «Заман һулышы» китабының исем туйын үткәреү ҡаралған. Китап татар телендә донъя күргән.
Байрамда автор һәм китапҡа ингән мәҡәләләрҙең геройҙары — дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, табиптар, яҙыусылар, шағирҙар, сәхнә йондоҙҙары, уҡытыусылар, игенселәр ҡатнаша.
Сара 17 апрелдә нәшриәттең тамашалар залында уҙа. Адресы: Октябрь проспекты, 2-се йорт. Көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1143951-v-ufe-izdatelstvo-kitap-priglashaet-na-den-avtografa-s-raziley-nizamovoy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика