10:36 (UTC+5), 16 Апреля 2018

Баш ҡалала «Халыҡ ынйылары» республика фестивале еңеүселәре билдәләнде

Г. Моратбаҡаева
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәге Ғаилә йылына арналған «Халыҡ ынйылары» республика фестиваленең йомғаҡлау этабын үткәрҙе.
Фестиваль йомғаҡтары буйынса беренсе урынды «Стәрлебаш ынйылары» фольклор коллективы алды (Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы филиалы).
Икенсе урынды «Йәдкәр» (Башҡортостан аграр-технологик колледжы, Үрге Йәркәй ауылы) һәм «Торнаҡай» (Башҡортостан агросәнәғәт колледжы филиалы, Иглин ауылы) фольклор коллективтары бүлеште.
Өсөнсө урынды «Ирәндек» (Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы), «Гөлнәзирә» (Белорет металлургия колледжы), «Аманат» (Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы) фольклор коллективтары яуланы.
Уҡыусы йәштәрҙең республика мәҙәниәт үҙәге методисы Рәмилә Ситдиҡова хәбәр итеүенсә, ижади бәйге ике этапта уҙғарылған. Беренсе этапта уҡыусылар һәм педагогтар бер йола йәки халыҡ байрамын видеоға төшөрөп ебәргән.
Сараға Башҡортостандың һөнәри белем биреү ойошмаларынан 11 ғариза килгән. Видеоны һайлап алыу йомғаҡтары буйынса фестивалдең һуңғы этабына алты фольклор коллективы саҡырылған.
Фестивалдә исем ҡушыу, яусылау, армияға оҙатыу кеүек ғаилә йолалары, халыҡ байрамдары — Ҡарға туйы, Һабантуй, Аулаҡ уйын һәм көнкүреш йолалары күрһәтелде.
«Халыҡ ынйылары» фестивале һөнәри белем биреү ойошмаларының фольклор коллективтары араһында уҙғарылды. Маҡсаты — халыҡ ижады жанрҙарын һаҡлау һәм үҫтереү, йәштәрҙе Башҡортостан халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары нигеҙендә тәрбиәләү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу.
http://www.bashinform.ru/news/1144577-v-ufe-opredelili-pobediteley-respublikanskogo-festivalya-narodnye-zhemchuzhiny/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика