07:10 (UTC+5), 13 Апреля 2018

Башҡортостанда һәм күрше төбәктәрҙә башҡорт теле буйынса Региональ диктант уҙа

Юлай Кәримов
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 21 апрелдә Башҡорт дәүләт университетында башҡорт теле буйынса Региональ диктант үтә.
Акция бөтә республика буйынса уҙа. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Акцияны уҙғарыу адрестары:
- Башҡорт дәүләт университетының төп корпусы (Зәки Вәлиди урамы, 32, 01-се һәм 02-се аудитория);
- Башҡорт дәүләт университеты филиалы, Хоҡуҡ институты (Достоевский урамы, 131);
- Тарих һәм дәүләт идараһы институты (Карл Маркс урамы, 3/4);
- Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡала-райондарында урынлашҡан (Белорет, Бөрө, Ишембай, Мәләүез, Нефтекама, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Учалы) Башҡорт дәүләт университеты филиалдары, шулай уҡ Рәсәй Федерацияһының сиктәш төбәк ҡалаларындағы урта, урта махсус һәм юғары белем биреү учреждениелары.
Башҡорт теле буйынса Региональ диктант дүртенсегә үтә. Башҡорт теленән Региональ диктантҡа алдан теркәлмәй килергә мөмкин. Региональ диктантта ҡатнашыусыға бланкта үҙ исем-шәрифеңде яҙыу мотлаҡ түгел, псевдоним йәки йәшерен һүҙ күрһәтергә була.
Акцияла www.regdict.bashedu.ru адресы буйынса онлайн-режимда ҡатнашырға мөмкин. Бөтә һөҙөмтәләр ошо адрес буйынса сайтҡа һалынасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәренең береһе булған башҡорт теленән Региональ диктант яҙыу – түләүһеҙ үткәрелә торған акция, был акцияла теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Ул грамоталылыҡ мәсьәләләренә иғтибарҙы йәлеп итеү һәм грамоталы яҙыу культураһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Региональ диктанттың маҡсаты – башҡорт телен белгән кешегә ни тиклем грамоталы яҙма телмәрен белеү өҫтөндә уйланыуға импульс биреү һәм ошо грамоталылыҡты арттырыуға теләк тәрбиәләү.
http://www.bashinform.ru/news/1143742-v-bashkortostane-i-sosednikh-regionakh-proydet-regionalnyy-diktant-na-bashkirskom-yazyke/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика