08:25 (UTC+5), 12 Апрель 2018

Башҡорт театры репертуарында йәнә Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы сыға

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры репертуарында йәнә Мостай Кәримдең күренекле «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы буйынса спектакль сыға. Премьера 20-21 апрелгә билдәләнгән.
Хәҙер театрҙа репетициялар тулы ҡеүәттә бара. Спектаклде ҡуйыусы режиссер – Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Илсур Ҡаҙаҡбаев, Рәссам – Альберт Нестеров, балетмейстер – Ольга Даукаева, композитор – Илшат Яхин. Эш өсөн консультант-иллюзионист Радик Исмәғилев йәлеп ителгән.
Төп Прометей ролен «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклендә Игнатов ролендә үҙенең сағыу эше менән билдәләлек яулап өлгөргән йәш актер Азат Вәхитов башҡара. Агазия ролендә актриса Гөлнара Ҡаҙаҡбаева сығыш яһай.
Зевс — Артур Ҡунаҡбаев, Фемида — Сара Буранбаева, Гермес — Артур Кәбиров, Эрида — Урал Аминев, Гефест — Юнир Ҡолонбаев, Афродита — Милена Ишаева, Гера — Илгизә Ғилманова, Адамшах — Алмаз Йосопов, Власть — Фәнис Рәхмәтов, Көс — Айҙар Шәмсетдинов.
«Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы Мостай Кәрим трилогияһының йомғаҡлау аккорды булды. Уның дөйөм идеяһы – азатлыҡ идеяһы. «Был идея һәр трагедияла үҙенсә асыла: «Ай тотолған төндә» — шәхси, «Салауатта» — милли, «Ташлама утты, Прометей!» — дөйөм кешелек йәһәтендә», — тип һөйләне автор. Прометей алдан яҙмышын белеп, намыҫ юлын һайлай, шуның менән ул үҙен мәңгелек ғазапҡа һала.
Мостай Кәримдең әҫәрҙәре буйынса постановкалар Башҡорт драма театрының сағыу тарихи билдәләре булып тора. 1977 йылда Рифҡәт Исрафилов ҡуйған «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы Ленинградта уҙған III СССР халыҡтарының Бөтә Рәсәй милли драматургияһы һәм театр сәнғәте фестивалендә I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Спектаклдә Гөлли Мөбәрәкова, Илшат Йомағолов, Олег Ханов кеүек театр йондоҙҙары уйнаны. Трагедия күп тапҡыр төрлө сәхнәләрҙә ҡуйылды, һуңғы йылдарҙа ул Милли йәштәр театрында күрһәтелде.
http://www.bashinform.ru/news/1142996-v-repertuare-bashkirskogo-teatra-vnov-poyavitsya-tragediya-mustaya-karima-ne-brosay-ogon-prometey-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика