11:25 (UTC+5), 11 Апреля 2018

«Иҙел» башҡорт һәм татар йыры фестивале лауреаттары Ҡазанда сығыш яһай

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Иҙел» башҡорт һәм татар йыры фестивале лауреаттары Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар филармонияһында сығыш яһаясаҡ. «Иҙел» фестивале лауреаттарының өсөнсө яҙғы концерты Ҡазанда 15 апрелдә үтә, тип хәбәр итте фестивалдең матбуғат секретары Диана Байтүрина.
Татар дәүләт филармонияһы сәхнәһендә ғәҙәттәгесә Өфөнән байтаҡ йәш артистар һәм студенттар сығыш яһаясаҡ. Ул – Лиана Иҙрисова, Алмас һәм Рәфис Сирусиндар, Нурзиҙә Әбизова, Рәшиҙә Байгилдина, Раушан Сөләймәнов, Дамир һәм Нәргизә Тайыповтар, Алмас Хөсәйенов, Денис Илсебаев, шулай уҡ күренекле башҡорт артистары Флүрә Килдейәрова, Айгөл Һағынбаева һәм Зилиә Бәхтиева.
Шулай уҡ Өфөнән йәш уҡыусы, «Иҙел» фестиваленең «балалар» номинацияһында еңеүсе Элина Хәкимова ҡатнаша. Кисәнең алып барыусылары – популяр татар шоумены Марсель Әхмәҙуллин һәм «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы»ның күренекле алып барыусыһы Ғәлиә Вәхитова.
«Иҙел» халыҡ-ара башҡорт һәм татар йыры фестиваль-конкурсы 2011 йылдан уҙғарыла. Көҙгөһөн «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә фестиваль ике көн барҙы, уларҙың беренсе көнө – конкурс, икенсеһе йондоҙҙар һәм уҙған йылдарҙағы еңеүселәр ҡатнашлығында гала-концерт булды. 2016 йылдан «Иҙел» еңеүселәре үҙ һәләттәрен Ҡазан тамашаһына ла күрһәтер өсөн Татарстандың баш ҡалаһына килә.
Уҙған аҙнала 2018 йылғы конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Уның шарттарын idel-festival.ru сайтында табырға мөмкин. Ғаризалар 2018 йылдың 6 ноябренә тиклем ҡабул ителә. Конкурста башҡорт йәки татар телендә халыҡ, эстрада, академия йәки автор йырын башҡарырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1141961-laureaty-festivalya-bashkirskoy-i-tatarskoy-pesni-idel-vystupyat-v-kazani/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика