10:02 (UTC+5), 11 Апреля 2018

«Библиотөн-2018»: йыл һайын уҙғарылған акцияның Өфөләге программаһы билдәле булды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 21 апрелдә бөтә илдә «Библиотөн» Бөтә Рәсәй социаль-мәҙәни акцияһы уҙғарыла. Форумға Башҡортостан да ҡушыла.
Программала — әҙәби уҡыуҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре, спектаклдәр, лекциялар, китап йәрминкәләре һәм яҙыусылар менән осрашыуҙар. Быйылғы «Библиотөн»дөң темаһы — «Китап тылсымы», тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала дүрт майҙансыҡ эшләй. Улар – төп корпус (Ленин урамы, 4), икенсе корпус (Октябрь революцияһы урамы, 10), Үҫмерҙәр (Октябрь проспекты, 62/2) һәм балалар уҡыу үҙәктәре (Менделеев урамы, 203).
Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге яҙыусы Яныбай Хамматов ғаиләһенең ҡомартҡылары тураһында «Ғаилә менән бер сәғәт ял» тигән әңгәмә һәм бейеүсе Урал Мортазиндың бәхетле ғаиләһе өсөн «Ғаилә формулаһы йәки бәхеттең 100 рецебы» байрамын үткәрә. Ваҡытлы матбуғат бүлегендә «Легендаға тиң ғүмер» түңәрәк өҫтәле – Альбина һәм Фәнис Исхаҡовтар менән осрашыу ойошторола. 3D форматында социаль видеороликтар, фильмдар һәм йәнһүрәттәр күрһәтеү, электрон ресурстар бүлеге әҙерләгән «Ирекмән бул, үҙ юлыңды һайла!» ирекмәндәр проекты менән таныштырыу ҡаралған.
Уҡыу залы Өфө технологиялар һәм дизайн колледжы менән берлектә «Глория» мода театрының сығышын, шулай уҡ кейем моделләү, парикмахерҙарҙың оҫталыҡ дәрестәрен әҙерләй.
Китапхананың икенсе корпусы (сауҙагәр Чижовтың йорто) был кистә Франция ҡунағы К.Решар менән француз телендә әҙәби викториналар, русса субтитрҙар менән немец телендә фильм ҡарау һәм фекер алышыу була. Испан яҙыусыларының ижады буйынса шул телдә лекциялар тыңларға мөмкин. Ҡунаҡтар өсөн танылған Өфө яҙыусыһы һәм бард Сергей Круль йырлай, балалар коллективы «Кармэн» бейеүе менән сығыш яһай, «Солнечный круг» балалар вокал студияһының концерты була.
Балалар уҡыу үҙәге килгән ҡунаҡтарға «Рәхәтләнеп ял итәбеҙ!» театрлаштырылған тамашаһын, «Барыһы ла ғаиләнән башлана» ғаилә конкурсын, «Тылсым донъяһы» интерактив уйынын, «Ғаилә портреты» рәсемдәр конкурсын тәҡдим итә.
2018 йылда уҡыу фестивале Рәсәйҙә етенсе тапҡыр уҙа. Акцияның 20-21 апрелгә тулы программаһы менән Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының сайтында танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1142370-biblionoch-2018-poyavilas-ufimskaya-programma-ezhegodnoy-aktsii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика