03:00 (UTC+5), 11 Апреля 2018

Башҡортостанда Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә арналған башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсы ғаризалар ҡабул итә

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Хәниә Фәрхи иҫтәлегенә «Онотолор тимә…» I төбәк-ара башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусылар конкурсы ғаризалар ҡабул итә. Конкурс 18 майҙа Тәтешле районында үтә.
Конкурс Рәсәйҙең эстрада йырсыһы, актриса һәм композитор, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхиҙең иҫтәлегенә арнала. Конкурстың исемендә – йырсының популяр йырҙарының береһе.
Бәйге проектын йырсының бер туған һеңлеһе, Тәтешле районында йәшәүсе Фирүзә Ибәтуллина әҙерләгән. Сараны уҙғарыуға мәҙәниәт һәм сәнғәт хеҙмәткәрҙәренә республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың гранты бүленгән.
Конкурс ике йәш категорияһында уҙғарыла: 20-35 йәштәр һәм 35 йәштән өлкәнерәктәр. Һәүәҫкәр һәм профессиональ башҡарыусыларҙы жюри айырым баһалай. Конкурста ҡатнашыусылар Хәниә Фәрхиҙең репертуарынан икешәр йыр башҡара.
Жюри бер Гран-при яуласыны һәм «Профессионалдар» һәм «Һәүәҫкәрҙәр» категорияларында лауреат һәм дипломант исемдәрен билдәләй, тейешле дипломдар һәм бүләктәр бирә. Бынан тыш, йәмәғәт ойошмалары һәм бағыусы бүләктәре булдырырға мөмкин. Жюригә Башҡортостандың һәм Татарстандың күренекле композиторҙары, йырсылар, сәнғәт оҫталары инә.
Ойоштороусылар: Республика халыҡ ижады үҙәге булышлығында Тәтешле районы хакимиәте.
Бәйгелә ҡатнашыу өсөн 2018 йылдың 1 майына ҡәҙәр tat-ok@inbox.ru, kult-tat@rambler.ru электрон адрестарына видеоматериалдарға һылтанма һәм ғариза ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 289-65-50, 289-66-96, (34778) 2-14-24, 2-15-96.
http://www.bashinform.ru/news/1141800-v-bashkirii-konkurs-ispolniteley-bashkirskoy-i-tatarskoy-pesni-pamyati-khanii-farkhi-prinimaet-zayav/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика