12:10 (UTC+5), 10 Апрель 2018

Мәскәүҙән «Алтын Ай» башҡорт бейеү ансамбле «Folk of dance» халыҡ-ара хореография конкурсында I дәрәжә лауреат дипломы яуланы

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Мәскәүҙән «Алтын Ай» башҡорт бейеү ансамбле «Folk of dance» халыҡ-ара халыҡ хореографияһы телевизион конкурсында I дәрәжә лауреат дипломы яуланы. Ансамбль артистары жюригә ике бейеү: Фәйзи Ғәскәровтың «Гөлнәзирә» һәм Хашим Мостаевтың «Азамат» бейеүҙәрен тәҡдим итте. Башҡарыусыларҙың оҫталығын Рәсәйҙең Дәүләт академия бейеү ансамблдәре, Грузияның, Украинаның, Белоруссияның, Болгарияның, Румынияның, Молдавияның һәм Ирландияның милли халыҡ ансамблдәре етәкселәре баһаланы. Был проекттың һайлап алыу туры Мәскәүҙә башланды һәм Рәсәйҙең, БДБ һәм Европа илдәренең башҡа ҡалаларында дауам итәсәк.
Уңышлы сығыш яһап, лауреат булыуҙан тыш, «Алтын Ай» коллективы 2019 йылдың 1-5 февралендә үтәсәк ярымфиналда ҡатнашыуға сертификат алды.
Нәзир Байегетов етәкселегендә ансамбль артистары финанс ярҙам күрһәткәндәре өсөн Дәүләт Думаһы депутаты Инга Йомашеваға һәм Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Олег Матыцинға оло рәхмәтен белдерә.
«Башҡортостанды лайыҡлы күрһәтеү һәм конкурс финалында булыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырбыҙ», — тип билдәләне Нәзир Байегетов.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Алтын ай» башҡорт бейеү ансамбле башҡорт халҡының бейеү мәҙәниәтен популярлаштырыу, Мәскәү яҡташтар берләшмәһе араһында халыҡ йолаларын һәм фольклорын һаҡлап ҡалыу, ҡала һәм федераль тәғәйенләнештәге мәҙәни сараларҙа республиканы танытыу маҡсатында Мәскәүҙә 2011 йылда ойошторолдо.
Коллектив етәксеһе Нәзир Байегетов сығышы менән Баймаҡ районынан, уның ата-әсәһе Сибайҙа йәшәй. Теоретик һәм практик әҙерлеге, уҡытыу белеме булған ир-егет балаларҙы, студенттарҙы һәм өлкәндәрҙе халыҡ бейеүенә өйрәтә.
http://www.bashinform.ru/news/1141586-moskovskiy-ansambl-bashkirskogo-tantsa-altyn-ay-zavoeval-diplom-laureata-i-stepeni-v-mezhdunarodnom-/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика