11:20 (UTC+5), 10 Апрель 2018

Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың Хәйриә концерты үтәсәк

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 25 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡовтың хәйриә концерты үтә. Сара артистың 20 йыллыҡ ижади эшмәкәрлегенә арналған I Халыҡ-ара музыка фестивале сиктәрендә «Мәрхәмәт» фонды менән берлектә уҙа.
Илдар Абдразаҡов һәм Мариин театры йырсыһы Сергей Скороходов күренекле операларҙан ария һәм дуэт башҡарасаҡ. Артистарҙың сығышын Раушан Яҡупов идаралығында Башҡортостан Республикаһы Милли симфоник оркестры оҙатасаҡ.
Тәүге хәйриә концерты 2012 йылда булды, уның һөҙөмтәләре буйынса 17 ҡаты ауырыған балаға ярҙам күрһәтелде. 2015 йылда опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә Дмитрий Хворостовский менән бергәләп йырланы. Ошо ваҡиғаға ҡарата ғәйәт ҙур иғтибар һөҙөмтәһендә 100-ҙән ашыу сәләмәтлеге сикләнгән балаға ярҙам күрһәтелде.
Һатылған билеттарҙан кергән аҡсалар сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн Балалар үҫеше үҙәге тәрбиәләнеүселәренә ярҙамға йүнәлтеләсәк. Был үҙенсәлекле балалар модулле өҫтәмә белем алған Башҡортостанда беренсе һәм берҙән-бер мәғариф учреждениеһы.
Белешмәләр өсөн телефон: 8-937-491-55-57.
http://www.bashinform.ru/news/1141208-v-ufe-sostoitsya-blagotvoritelnyy-kontsert-ildara-abdrazakova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика