14:50 (UTC+5), 10 Апрель 2018

Европа буйлап гастролдәрҙә Башҡортостан исеменән Zainetdin этно-проекты ҡатнашты

ӨФӨ, 2018 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Европа буйлап концерт турнеһында Башҡортостан исеменән Zainetdin этно-проекты ҡатнашты. Популяр башҡорт башҡарыусыһы һәм мультиинструменталист Заһир Зәйнетдинов һәм Алина Камалетдинова (шоу-балет) башҡа илдәрҙең артистары менән бергә ике аҙна дауамында Төркиә ҡалалары һәм Балҡан илдәре буйлап гастролдәрҙә йөрөнө.
«Беҙҙең проект республиканан берҙән-бер вәкил булды. Беҙ «Урал батыр» композицияһын башҡарҙыҡ, мин уны үҙем заманса форматҡа яраҡлаштырып төҙөнөм. Сығыш яһағанда ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнаным, башҡорт халҡының «Урал батыр» эпосынан өҙөк һөйләнем, өзләп күрһәттем, трюктар яһаным, — тип һөйләне Заһир «Башинформ» агентлығына. — Беҙҙе бик яҡшы ҡабул иттеләр, залда бейей башланылар. Шуға күрә беҙҙең сығышты финалға яҡыныраҡ ҡуя инеләр. Концерттан һуң күптәр яныбыҙға килеп, уйын ҡоралдарына ҡыҙыҡһыныу белдерҙе».
Әңгәмәсе һүҙҙәренсә, һәр сығыш алдынан экранда Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары, Башҡортостан тәбиғәте күрһәтелгән.
«Мин барыһы менән дә дуҫлашып өлгөрҙөм, сәфәр ваҡытында бер-беребеҙҙең телдәрен яҡшы аңлай башланыҡ. Мин башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен күҙәттем, ҡайһы берҙәренә үҙем өсөн уйын ҡоралдарына заказ бирҙем. Шулай уҡ милли символыбыҙ ҡурайҙы бүләк иттем, ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе уйнарға өйрәттем», — тип хәбәр итте артист.
Наурузды байрам итеү барышында ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы ойошторған гастроль турнеһы Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы Кастамонула башланып, Балҡанда тамамланды. Төркиә ҡалаларында Наурузды байрам итеүҙә Мәскәүҙәге «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге лә ҡатнашты.
Алты илдә төрки донъяһының 18 төбәгенән 350-нән ашыу сәнғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында бөтәһе 16 концерт уҙҙы. Концерттарҙа Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Төркмәнстандан, Төркиәнән, Ғағаузиянан, Үзбәкстандан, Косовонан, Македониянан, Сербиянан, Босния һәм Герцеговинанан, Рәсәйҙән — Башҡортостандан, Дағстандан, Ҡабарҙа-Балҡарҙан солистар һәм фольклор ансамблдәре сығыш яһаны.
http://www.bashinform.ru/news/1141403-v-kontsertnom-turne-po-evrope-bashkortostan-predstavil-etno-proekt-zainetdin/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика