04:35 (UTC+5), 09 Апреля 2018

«Бабич» фильмы 40-сы Мәскәү Халыҡ-ара кино фестиваленең Рәсәй программаһында ҡатнашыу өсөн һайлап алынған

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 9 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Бабич» фильмы 40-сы Мәскәү Халыҡ-ара кино фестиваленең Рәсәй программаһында ҡатнашыу өсөн һайлап алынған.
«Беҙ конкурстан тыш программала ҡатнашабыҙ, әммә ҡатнашыу үҙе генә ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки унда илебеҙҙәге яңы һәм мөһим фильмдар һайлап алына», — тип хәбәр итте фильдың продюсеры Леонид Филинов.
40-сы Мәскәү Халыҡ-ара кино фестивале Мәскәүҙә 19-26 апрелдә үтә. Конкурс программаһынан тыш фестивалдә нәфис кеүек, документаль фильмдар ҡарарға мөмкин. 40-сы Мәскәү Халыҡ-ара кино фестивале сиктәрендә бөтәһе 20-нән ашыу программа эшләйәсәк.
«Бабич» тулы метражлы тарихи нәфис фильм бөйөк башҡорт шағиры һәм ижтимағи-сәйәси эшмәкәр, тәүге Башҡорт хөкүмәте ағзаларының береһе – Шәйехзада Бабичҡа арналған. Картина нигеҙендә – 1914-1919 йылдарҙа Башҡортостан, Ырымбур, Троицк, Силәбе биләмәһендә булған тарихи ваҡиғалар. Фильмды 9 миллион һум күләмендә республика башлығы гранты сиктәрендә «Ысын таҫма» кинокомпанияһы төшөрҙө. Фильмдың режиссеры – Булат Йосопов. Башҡорт телендә төшөрөлгән фильм русса субтитрҙар менән күһәтелә.
http://www.bashinform.ru/news/1140968-bashkirskiy-film-babich-uchastvuet-v-rossiyskoy-programme-40-go-moskovskogo-mezhdunarodnogo-kinofest/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика