13:05 (UTC+5), 06 Апрель 2018

Өфөлә бөйөк шағир Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыу мәсьәләләре тикшерелде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Башҡортостан Республикаһы татарҙары милли-мәҙәни автономияһының матбуғат конференцияһында бөйөк шағир Ғабдулла Туҡайға һәйкәл ҡуйыу мәсьәләләре тикшерелде.
«Туҡай — ул йәшәү символы, беҙҙең матурлығыбыҙ, үткәнебеҙ, бөгөнгөбөҙ һәм киләсәгебеҙ. Беҙ уның шиғырҙарын тыңлап үҫтек һәм балаларыбыҙға ла уҡыйбыҙ. 28 йыл ғына йәшәүенә ҡарамаҫтан, шундай бай мираҫ ҡалдырған: лирика, сатира, трагедия, драма, шиғырҙар. Уның әҫәрҙәре 100-ҙән ашыу телгә тәржемә ителгән. Ул Өфөлә бер тапҡыр ғына булған, Мәжит Ғафури менән осрашҡан. Уларҙың дуҫлығы ике туғандаш халыҡтар араһына күпер һалған, — ти Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы рәйесе Римма Үтәшева. — Өфөлә һәйкәл ҡуйыуҙы һорап күптән мөрәжәғәт иткәйнек һәм бына республика башлығына мөрәжәғәтебеҙгә ыңғай яуап алдыҡ. Тиҙҙән Өфөлә Туҡайға һәйкәл ҡуйылырға тейеш».
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, иң яҡшы һәйкәл проектына асыҡ конкурс иғлан ителгән.
«Мәҙәниәт министрлығы Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә конкурс үткәреү тураһында положение әҙерләгән. Ғаризалар 2018 йылдың 1 июленә тиклем ҡабул ителә. Унда профессиональ скульпторҙар ҙа, авторҙар коллективы ла ҡатнаша ала. Конкурс комиссияһы составына мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, власть органдары вәкилдәре инә», — тип хәбәр итте Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының әйҙәүсе белгесе Рөстәм Кучуков.
Һәйкәлде ҡуйыу урыны итеп Өфө «Нур» татар дәүләт театры алдындағы майҙан һайланған. Проект театрҙың архитектураһы менән тап килергә тейеш.
«2020 йылға тиклем беҙҙә һәйкәлде финанслау ҡаралмаған. Ләкин беҙ Милли-мәҙәни үҙәккә Башҡортостан башлығы грантын алыуҙа ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Быйыл грант аҡсаһына рәссам Әхмәт Лотфуллинға һәйкәл асыла. Шулай уҡ интернетта шәп майҙансыҡ — краудфандинг бар. Күптәр шуның менән файҙалана. Проектты бойомға ашырыуға күмәкләп аҡса йыялар», — тине Өфө Мәғариф идаралығы белгесе Илдус Ҡаһарманов.
http://www.bashinform.ru/news/1140557-v-ufe-obsudili-voprosy-ustanovki-pamyatnika-vydayushchemusya-poetu-gabdulle-tukayu-/
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика