03:12 (UTC+5), 06 Апреля 2018

Башҡортостан студентының Камил Йыһаншиндың ижады буйынса эше Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшыһы тип танылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының өсөнсө курс студенты Рушания Абдрафиҡова «Рәсәйҙең милли ҡаҙанышы» Бөтә Рәсәй һәләтле йәштәр ҡаҙаныштары конкурсында еңеүсе булды. Конкурста ситтән тороп ҡатнашыу этабында лауреат исемен алған Рушания Абдрафиҡова Мәскәү өлкәһенә, «Непецино» балалар ял йортона, финал конференцияһына саҡырылды. Финал йомғаҡтары буйынса ул I дәрәжә лауреат исемен алды һәм «Иң яҡшы фәнни эш өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.
Конкурсҡа «Камил Йыһаншин әҫәрҙәрендә тәбиғәтте һүрәтләү: әхлаҡи-эстетик һәм методик аспекттар» ғилми-тикшеренеү эше тәҡдим ителгәйне. Фәнни етәксеһе — рус әҙәбиәте кафедраһы профессоры Александр Шуралёв. Рушания Абдрафиҡованың эше танылған Өфө яҙыусыһы һәм сәйәхәтсенең ижадын ғилми яҡтан тикшереүҙе, мәктәптә уның биографияһын һәм әҫәрҙәрен өйрәнеү буйынса электрон уҡыу ҡулланмаһын үҙ эсенә алған, тип хәбәр иттеләр Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат үҙәгенән.
http://www.bashinform.ru/news/1139995-rabota-studentki-iz-bashkirii-po-tvorchestvu-kamilya-ziganshina-priznana-luchshey-na-vserossiyskom-k/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика