12:29 (UTC+5), 05 Апреля 2018

«Звезда» телеканалында легендар комдив, генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында фильм күрһәтелде

«Звезда» телеканалы видеоһынан скриншот
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Звезда» телеканалында 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов тураһында документаль фильмдың премьераһы булды. «ДокТВ» студияһының «Армия легендалары» фильмдар серияһын Александр Маршал алып бара.
Фильм авторҙары легендар шәхес һәм уның үлеме менән бәйле һорауҙарға яуаптар эҙләй. Хәрби тарихсылар, музей хеҙмәткәрҙәре, журналистар генерал-майор тураһында һөйләй. Унда Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Ижади төркөм фильмды төшөрөү өсөн архивтар менән ҙур эш алып барған. Кинотаҫмала Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондары күрһәтелә, Милли музейҙан, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан фото һәм видеоматериалдар файҙаланылған. Таҫма Заһир Исмәғилевтың Ҡадир Даян шиғырына яҙылған «Шайморатов генерал» йыры менән тамамлана.
Ленин, Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов һәм Кутузов орденлы 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың декабрендә Өфөлә төҙөлгән. Тап ул етәкләгән дивизия Тыуған илгә 78 Советтар Союзы Геройын биргән. Был Советтар Союзындағы башҡа бер генә дивизияны да тарихында юҡ.
«Звезда» телеканалында «Армия легендалары» проекты 2016 йылдан бирле бара.
Генерал Шайморатов тураһында фильмды «Звезда» каналы сайтында ҡарарға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1139889-na-telekanale-zvezda-sostoyalas-premera-filma-o-legendarnom-komdive-generale-minigali-shaymuratove/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика