10:24 (UTC+5), 04 Апреля 2018

Башҡортостандан Силәбе өлкәһенә биш меңгә яҡын китап оҙатыла

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте иғлан иткән китап йыйыу акцияһы тамамланды. Акция 1 мартта башланғайны. Бөгөн Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонда уға тантаналы рәүештә йомғаҡ яһалды.
Шулай итеп, Башҡортостандан Силәбе өлкәһенә биш меңгә яҡын китап оҙатыла. Улар араһында — нәфис, фәнни, методик әҙәбиәт, уҡыу ҡулланмалары. Бөтә китаптар ҙа фирма пакеттарына һалынған. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ҡолһарина китаптарҙы Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге рәсми вәкиле Амур Хәбибуллинға тапшырҙы.
«Акцияла ҡатнашҡандарҙың һәммәһенә лә — ойошма ағзаларына һәм абруйлы яҙыусыларға, шағирҙарға рәхмәт әйке килә», — тине Гөлнур Ҡолһарина.
«Әҙәбиәттең булмауы — Башҡортостанда ситтә йәшәгән башҡорттар өсөн етди проблемаларҙың береһе. Беҙ шундай иғтибар бүлеүҙәре, Силәбе өлкәһе китапханалары һәм мәктәптәре өсөн биш меңгә яҡын китап йыйып тапшырыуҙары өсөн бик шатбыҙ. Һуңғы иҫәп алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Силәбе өлкәһендә 163 мең башҡорт йәшәй, ләкин миграцияны иҫәпкә алғанда, уларҙың һаны яҡынса 200 меңгә етә», — тине Амур Хәбибуллин.
Сарала Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, яҙыусылар, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камал, Флүр Ғәлимов, Ш. Бабич исемендәге премия лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов ҡатнашты.
«Башҡортостан республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарға һәр саҡ ярҙам итә. Уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында Силәбе өлкәһенә барғанда, иң ауыр йылдарҙа ла мәктәптәрҙә туған телде уҡытыуҙы туҡтатманыҡ, тип әйтә ине милләттәштәребеҙ, — тип билдәләне Ҡәҙим Аралбай. — Ошо акцияның башланыуы тураһында уҡығас, шунда уҡ китаптарыбыҙҙы килтерҙек. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең башланғысын бик хуплайым һәм акция Башҡорт ҡоролтайының башҡарма комитеты булышлығында илдең төрлө төбәктәрендә — Ырымбур, Ҡурған һәм башҡа өлкәләрҙә лә дауам итер тигән ышаныстамын».
http://www.bashinform.ru/news/1139084-v-chelyabinskuyu-oblast-iz-bashkirii-otpravlyayutsya-okolo-pyati-tysyach-knig/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика