09:42 (UTC+5), 03 Апреля 2018

Башҡортостандан һәләтле йәш ҡыҙ «Балалар Евровидениеһы»н яулай

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Беренсе каналда «Голос.Дети» шоуында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Наҙгөл Отузова «Балалар Евровидениеһы» музыкаль конкурсының беренсе милли һайлап алыу турында сығыш яһай. Бәйге Мәскәүҙә уҙа.
«Мин унда күптән ҡатнашырға теләй инем, ләкин, һайлап алыу турында ҡатнашыу өсөн автор йырын башҡарыу төп шарт булғанлыҡтан, килеп сыҡманы, сөнки ундай йырым юҡ. Быйыл ойоштороусылар ҡағиҙәләрҙе бер аҙ йомшартты һәм теләгән әҫәрҙе башҡарырға рөхсәт итте. Миңә, «Голос» проектындағы кеүек үк, «Адажио»ны башҡарырға тәҡдим иттеләр, мин шулай эшләнем дә», — тине Наҙгөл.
Уның һүҙҙәренсә, ошо ике проект бер ваҡытҡа тура килмәгәнлектән, ул барыһына ла өлгөргән.
«Евровидение» конкурсының һайлап алыу турында ул Беренсе каналдағы кеүек үк тулҡынланған. Ләкин майҙансыҡтағы тыныс мөхит, иғтибарлы жюри ағзаларын һәм конкурсанттарҙы күргәс, тиҙ генә тынысланған.
«Судьяларҙың күҙҙәренә ҡарап йырлауы еңелерәк булды. Өҫтәүенә бында «Голос.Дети» проектынан күп кенә ҡатнашыусыларҙы осраттым», — тип билдәләне Наҙгөл.
Әйткәндәй, ул — Башҡортостандан берҙән-бер ҡатнашыусы.
Ҡыҙыҡайҙың киләһе турға үтеү-үтмәүе гала-концертта, 5 апрелдә, билдәле була, әлегә иһә ул буш ваҡытында конкурсты ойоштороусылар үткәргән оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йома, 6 апрелдә, Беренсе каналда Наҙгөлдөң остазы — Баста командаһы сығыш яһай. Киске 10-сы яртыла тамашасылар ҡыҙыҡай артабан сығыш яһармы, юҡмы икәнлеген белә ала.
http://www.bashinform.ru/news/1138076-yunaya-talantlivaya-vokalistka-iz-bashkirii-pokoryaet-detskoe-evrovidenie/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика