06:30 (UTC+5), 02 Апреля 2018

Мәскәүҙең «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор төркөмөнөң Истанбулда гастролдәре тамамланды

автор һәм ТӨРКСОЙ матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисә Мәскәүҙең «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең фольклор төркөмө Төркиә буйлап гастролдәрен тамамланы һәм тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтты.
Башҡорт артистары Төркиәлә бер төркөм халыҡ-ара сарала ҡатнашты. Коллективта ҡатнашыусылар 2018 йылда Төрки донъяның баш ҡалаһы тип иғлан ителгән Кастамону ҡалаһында сығыш яһаны, Анкарала һәм Истанбулда Наурыҙ байрамында башҡорт халыҡ ижады менән таныштырҙы.
«Беҙгә Мәскәүҙә, Ригала, Түбәнге Новгородта, Карелияла халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашырға тура килде. Әммә бында, гүйә туған йәндәр осрашҡанмы, беҙҙә шундай айырым берҙәмләшеү хис-тойғолары булды. Һәр кем үҙ телендә аралашты, ләкин беҙ бер-беребеҙҙе бик яҡшы аңланыҡ, — тип һөйләне «Аҡ тирмә» үҙәге етәксеһе Гөлсинә Батыршина. — Төп маҡсатыбыҙ – коллективты танытыу түгел, ә башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, уның үҙенсәлекле ижадын күрһәтеү».
Ғәҙәттәгесә асыҡ һауала уҙғарылған байрамда төрлө илдәрҙән һәм республикаларҙан бөтәһе 280-ләгән артист йыйылды. ТӨРКСОЙ төрки мәҙәниәте ойошмаһы халыҡ-ара сара ойоштороусыһы булып сығыш яһаны.
Истанбулда «Аҡ тирмә» төркөмө башҡорт халҡының «Баҫа, баҫа» тигән шаян йырына һәм «Әрүәхтәр һамағы» тарихи йыр композицияһына клип төшөрҙө. Проект Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналды.
Проект сиктәрендә Башҡортостан вәкилдәре Зәки Вәлидиҙең ҡыҙы – Истанбул университеты профессоры Иҫәнбикә Туған менән осрашты. Уның менән бергә артистар Әхмәтзәки-Вәлиди бюсы янына сәскәләр һалды.
Шулай уҡ Истанбулда Төрки донъя муниципалитеттары союзы булышлығында «Аҡ тирмә» төркөмө бер нисә ҡыҙыҡлы сара: асыҡ һауала концерт, яҡташтар – рәссам Корнелия Мәргән, Төркиә вуздарында уҡыусы студенттар менән осрашыуҙар үткәрҙе.
Мәскәүгә ҡайтҡас «Аҡ тирмә» башҡорт милли-мәҙәни үҙәге сәфәр йомғаҡтары буйынса сара ойошторорға күҙаллай.
http://www.bashinform.ru/news/1137261-v-stambule-zavershilos-gastrolnoe-turne-bashkirskoy-folklornoy-gruppy-ak-tirme-iz-moskvy/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика