15:46 (UTC+5), 02 Апреля 2018

Өфөлә тантаналы рәүештә Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваков фонды академияһы асылды

Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
Башҡортостандың мәҙәни донъяһы
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә тантаналы рәүештә ҙур музыкаль проект — Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваков фонды академияһы асылды. Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт белем биреү учреждениеларынан 100-ҙән ашыу бала аҙна буйына Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге иң яҡшы уҡытыусыларҙан дәрестәр ала.
«Башҡортостан Владимир Спиваковтың исеме менән тығыҙ бәйле. Бөйөк маэстроның тормош юлы 40-сы йылдарҙа тап ошонда башланған. Беҙ бөгөн залда ултырған йәш һәләтле балалар танылған музыканттың өлгөһөнә эйәреп, һәм яңы үрҙәр яулап, республикабыҙҙы данларға ынтылыр тип ышанабыҙ», — тине үҙ сығышында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Академия уҡытыусылары һәм В. Спиваков фонды программаларында ҡатнашыусылар, Башҡортостан Башлығы стипендиаттары — Даян Динәхметов (виолончель), Ирина Ғәлиева (фортепиано), Вагэ Нерсисян (скрипка), Анна Вәлиева (фортепиано) бер сәхнәлә сығыш яһаны. «Зәңгәр ҡош» телевизион конкурсында ҡатнашҡан Ләйсән Золотарева «Урал батыр» эпосынан өҙөк ятлап ишеттерҙе. Баш ҡала ҡунаҡтары Башҡортостан Милли симфоник оркестрының камера оркестрына ҡушылып уйнаны.
«Шуныһы ҡыуаныслы: әле проектта 23 муниципалитет, 50 музыка мәктәбе ҡатнаша. Уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең һәм йәш таланттарыбыҙҙың күп көс һалып башҡарған эше ҙур сәнғәт, еңеүҙәр һәм ҡаҙаныштар донъяһына юл асыр тигән өмөттәмен. Быйыл Башҡортостанда Спиваков фонды академияһы Рәсәй Президенты грантына лайыҡ булды, һәм был — беҙҙең дөйөм еңеү», — тип билдәләне Фондтың попечителдәр советы рәйесе, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
Академияны ойоштороусылар — Башҡортостанда Владимир Спиваковтың хәйриә фонды, Владимир Спиваковтың халыҡ-ара хәйриә фонды (Мәскәү), республиканың Мәҙәниәт министрлығы.
2-7 апрелдә Өфө, Учалы һәм Салауат ҡалаларының мәғариф майҙансыҡтарында «Фортепиано», «Скрипка», «Кларнет», «Флейта», «Саксофон», «Вокал» һәм «Һынлы сәнғәт» йүнәлештәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, тип хәбәр итә «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы».
Белешмә. Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваковтың хәйриә фонды СССР-ҙың халыҡ артисы Владимир Спиваков башланғысы буйынса һәм Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында 2016 йылда булдырылған. Маҡсаты — сәнғәттең төрлө төрҙәрендә һәләтле балаларға ярҙам итеү. 2016 йылдан алып фондтың проекттарында 1000-дән ашыу бала ҡатнашҡан.
http://www.bashinform.ru/news/1137455-v-ufe-torzhestvenno-otkrylas-akademii-fonda-vladimira-spivakova-v-respublike-bashkortostan/
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика