07:15 (UTC+5), 02 Апреля 2018

Башҡортостанда Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә

Октябрьский ҡалаһы Советы ҡарамағында Йәштәр советы
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 2 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика Ҡурай байрамына ғаризалар ҡабул ителә башланы. Республика халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, сара 18-19 майҙа Октябрьский ҡалаһында үтә.
Конкурста ҡатнашыуға яңғыҙ башҡарыусылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре саҡырыла. Бәйге ике турҙа, 12 йәшкәсә, 12-16 йәштәрҙә, 16 йәштән өлкән категорияларҙа уҙа.
Уларҙың башҡарыуында ике музыкаль әҫәр – оҙон көй һәм ҡыҫҡа көй яңғыраясаҡ. Ә бына 16 йәштән өлкән ҡурай класы буйынса урта һәм юғары һөнәри белеме булған яңғыҙ башҡарыусылар билет буйынса оҙон көй уйнаясаҡ.
Ҡурайсылар ансамблдәре бәйгеһе бер турҙа, ике йәш категорияһында уҙғарыла. Башҡорт халыҡ ҡоралында уйнаусылар жюриҙе конкурс репертуары ғына түгел, ә уйналған көйҙөң тарихын, легендаһын белеү менән дә хайран ҡалдырырға тейеш.
Бәйгеселәрҙе күренекле ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, ғалим-фольклорсылар, халыҡ сәнғәтен белеүселәр, уҙған йылдарҙағы еңеүселәр баһалаясаҡ.
Байрамдың ойоштороусылары – Башҡортостан Мәғариф министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы.
Республика байрамы һәләтле ҡурайсыларҙы – башҡарыусыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт халыҡ ҡоралына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнауҙың иң яҡшы халыҡ йолаларын пропагандалау, профессиональ башҡарыусылар һәм коллективтар, ҡатнаш башҡарыусылар составы өсөн яңы ҡурайҙа уйнау мөмкинлектәрен асыу маҡсатында үткәрелә.
Ғаризалар Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2 адресы буйынса йәки gukrcnt@mail.ru электрон адресҡа ҡабул ителә. Телефон: 8 (347) 289-65-50.
http://www.bashinform.ru/news/1137420-v-bashkortostane-startoval-priem-zayavok-na-respublikanskiy-prazdnik-kuraya-imeni-gaty-suleymanova/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика