04:36 (UTC+5), 30 Марта 2018

Төбәктә «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивале уҙа

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивален ойоштора. Фестивалде үткәреү урыны итеп республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы — Татар тарихи-мәҙәни үҙәге билдәләнгән. Сара быйыл 19 майҙа Бүздәк районында уҙа.
Фестивалдең маҡсаты — Башҡортостанда традицион милли аш-һыуҙы тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү; башҡорт һәм татар халыҡтарының милли ризығы бәлеште әҙерләү традицияларын һаҡлау һәм нығытыу; фестиваль ҡунаҡтарын халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыу; төрлө халыҡ вәкилдәрен берҙәм мәҙәни һәм рухи киңлеккә туплау; милли аш-һыу әҙерләү тәжрибәһен таратыу, экологик яҡтан таҙа ризыҡты, ҡунаҡсыллыҡ традицияларын пропагандалау.
Фестиваль барышында рус, башҡорт, татар, сыуаш, удмурт, үзбәк, немец, әрмән һәм башҡа халыҡтарҙың тематик өҫтәлдәре, ризыҡтарҙы тәмләп ҡарау ойошторола.
Бәлеш йәки ҙур бәлеште һарыҡ, һыйыр, ҡаҙ итенән, ҡаҙ-өйрәктең эс-ҡарынынан тары, дөгө йәки картуф ҡушып бешерәләр. Ҙур бәлеш борон-борондан тәмле ризыҡ ҡына түгел, ғаилә менән аралашыу мөмкинлеге тип һаналған.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, «Бәлешфест» милли аш-һыу фестивале федераль грантҡа лайыҡ булды. Президент гранттары фонды уны уҙғарыу өсөн 471,8 мең һум бүлде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика