10:50 (UTC+5), 29 Марта 2018

Паспортта мисәтле матурлыҡ конкурсы хәҙер Өфөлә

«Ғаләмдең иң һылыу ҡатын-ҡыҙы» конкурсы ойоштороусылары ебәргән
«Ғаләмдең иң һылыу ҡатын-ҡыҙы» конкурсы ойоштороусылары ебәргән
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 2018 йылдың 17 майында Өфөлә «Рәсәйҙең-Ғаләмдең иң һылыу ҡатын-ҡыҙы 2018» милли матурлыҡ конкурсының төбәк этабы финалы уҙа. «Башҡортостандың-Рәсәйҙең-Ғаләмдең иң һылыу ҡатын-ҡыҙы 2018» конкурсы еңеүсеһе республиканан конкурстың Мәскәүҙәге милли этабында сығыш яһаясаҡ һәм Рәсәйҙән «Ғаләмдең иң һылыу ҡатын-ҡыҙы 2018» («Mrs. Universal 2018») бәйгеһенең финал этабында ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Уның нисек барыуын конкурс сайтында күҙәтергә мөмкин.
Конкурста 18-45 йәштәге кейәүҙә булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша ала. Әммә быйыл, конкурс ныҡ популяр булыу менән бәйле, ойоштороусылар Иң һылыу ҡыҙ категорияһын булдырырға ҡарар итте. Был категорияла 18-25 йәштәге кейәүгә сыҡмаған (бер ҡасан да кейәүҙә булмаған), балалары булмаған ҡыҙҙар ҡатнаша ала.
Еңеүсене һайлап алыу критерийҙары заманса донъя талаптарына тап килә. Был исемгә эшлекле һәм позитив фекер йөрөткән, үҙен аңлаған һәм бер бөтөн физик, рухи, хисле сифаттарға эйә булған, ғаилә ҡиммәттәрен һәм сәләмәт йәшәү рәүешен хуплаған ҡыҙҙар дәғүә итә ала.
Бәйгенең төп маҡсаты – «Башҡортостандың-Рәсәйҙең-Ғаләмдең иң һылыу ҡатын-ҡыҙы 2018» исемен лайыҡлы йөрөтә алған һәм республиканы милли этапта күрһәтә алған ҡатнашыусыны һайлау.
Ете көн (10-17 май) дауамында бәйгеселәр менән профессиональ психологтар, хореографтар, стилистар һәм фото төшөрөүселәр командаһы эшләйәсәк.
Проект байтаҡ тамашасыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы йәлеп итә, жюригә һәр саҡ актерҙар, йырсылар һәм телевидение йондоҙҙары саҡырыла. Финал ҡаланың иң яҡшы концерт залында – «Өфө уттары» күңел асыу комплексының «Колизео» залында үтә. Билеттар оҙаҡламай һатыуға сыға.
Инстаграм йәки mrsrussiabashkortostan@yandex.ru почтаһы буйынса ғариза тапшырған ҡыҙҙар апрель башында башланасаҡ сираттағы асыҡ кастингка саҡырыласаҡ, тип хәбәр итте ойоштороусылар.
http://www.bashinform.ru/news/1135515-konkurs-krasoty-so-shtampom-v-pasporte-teper-i-v-ufe/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика