07:50 (UTC+5), 28 Марта 2018

Республикала «Студент яҙы» финиш һыҙығына сыҡты

БР Профсоюздар федерацияһы
Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Юғары уҡыу йорттарының һәләтле студенттары ҡатнашлығында «Студент яҙы» фестивале финиш һыҙығына сыҡты. Кесе йома, 29 мартта икенсе туры башлана, унда гала-концертҡа иң сағыу номерҙар һайлап алына. Гала-концерт 27 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтә.
Һайлап алыу туры юғары уҡыу йорттарында үтәсәк, мәҫәлән, 29 мартта ҡунаҡтарҙы һәм абруйлы жюриҙе М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ҡаршылайҙар. Көн һайын графикка ярашлы юғары уҡыу йорттары үҙ программаларын тәҡдим итәсәк.
48-се «Студент яҙы» фестивален асыу тантанаһы 5 апрелдә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында була.
Фестиваль сиктәрендә Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының «Бәйләнештә»ге сәхифәһендә фотоконкурс уҙғарыла. Һәр яҙылыусы оҡшаған фото өсөн тауыш бирә ала, тип асыҡлыҡ индерҙеләр Башҡортостан Профсоюздар федерацияһының социаль программалар һәм мәғлүмәт эше бүлегендә.
http://www.bashinform.ru/news/1135397-studencheskaya-vesna-v-bashkirii-vyshla-na-finishnuyu-pryamuyu-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика