04:25 (UTC+5), 27 Марта 2018

Өфө композиторы Анкарала халыҡ-ара конкурста еңеү яуланы

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө композиторы Лидиә Ризуанова Анкарала III Халыҡ-ара композиторҙар конкурсында еңеүсе булды. Уның оркестр менән виолончели өсөн бер сәғәтлек концертын халыҡ-ара жюри иң яҡшыһы тип таныны, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына республиканың Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева.
Лидиә Ризуанова – Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының Валерий Скобелкиндың класы буйынса композиция кафедраһы ассистент-стажеры.
«Виолончели өсөн тәүгә яҙмайым, быға тиклем соната булды. Әҫәрҙең төп мәғәнәһе – үҙ-үҙеңде эҙләү, тормош, хаҡиҡәт мәғәнәһе, — тип һөйләне Лидиә Ризуанова. — Башта композиция буйынса конкурс үтте. Унда оркестр менән виолончели өсөн концерт яҙырға кәрәк булды. Бөтә әҫәрҙәр ҙә жюри хөкөмөнә псевдоним аҫтында тәҡдим ителде. Һуңынан еңеүсенең әҫәрен виолончелиҙа уйнаусылар конкурсының тәүге турына мотлаҡ әҫәр сифатында индерҙеләр».
Башҡортостан композиторының әҫәре Төркиәлә 1 майҙа виолончелиҙа уйнаусылар конкурсы финалы сиктәрендә башҡарыласаҡ. Шул саҡта еңеүсегә диплом тапшырыласаҡ та. Авторҙың мәғлүмәте буйынса, сара Анкарала Моцарттың концерт залында үтәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1134645-kompozitor-iz-ufy-pobedila-na-mezhdunarodnom-konkurse-kompozitorov-v-ankare/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика