10:34 (UTC+5), 27 Март 2018

Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваков фонды академияһы проекты ҙур концерт менән башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә тантаналы рәүештә Башҡортостан Республикаһында Владимир Спиваков фонды академияһы проекты асыла. Сара 1 апрелдә сәғәт 4-тә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа.
Концертта танылған музыканттар, Академия уҡытыусылары ҡатнаша: Александр Поволоцкий (скрипка, Израиль) — «Тель-Авив виртуоздары» солистар ансамбленә нигеҙ һалыусы, З. Метта етәкселегендәге Израиль филармония оркестры солисы; Екатерина Немирович-Данченко (фортепиано, Франция) — Париж һәм Тулуз консерваторияларынан саҡырылған профессор, «Алтын Орфей» премияһы эйәһе; Артур Нәзиуллин (кларнет, Рәсәй) — Башҡортостан Республикаһында В. Спиваков фонды директоры, Мәскәү дәүләт академия филармонияһы һәм Мәскәү өлкә филармонияһы программалары солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы; Сергей Бубнов (флейта, Рәсәй) — Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, В. Спиваков етәкселегендәге Милли филармония оркестрының флейталар төркөмө концертмейстеры; Игорь Лазарев (бас, Рәсәй) — Ҡалмыҡстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы уҡытыусыһы, А. Шнитке исемендәге Юғары музыка мәктәбе доценты; Леонид Друтин (саксофон, Рәсәй) — халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Гнесиндар исемендәге Дәүләт музыка колледжының тынлы һәм һуҡма уйын ҡоралдары бүлеге етәксеһе.
Концертта Башҡортостандың сағыу таланттары ла ҡатнаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Академия 31 марттан алып 8 апрелгә тиклем эшләй. Төп саралар Өфө ҡалаһында уҙғарыла (Урта махсус музыка колледжы). Проект сиктәрендә концерттар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола — Академия уҡытыусылары Салауатҡа (В.Т. Спиваковтың йәш таланттар мәктәбе) һәм Учалыға (С. Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы) бара.
http://www.bashinform.ru/news/1134798-proekt-akademii-fonda-vladimira-spivakova-v-respublike-bashkortostan-nachnetsya-s-bolshogo-kontserta/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика