06:30 (UTC+5), 22 Марта 2018

Төньяҡ полюста «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проектында еңеүселәрҙең исемдәре яҙылған флагты ҡуялар

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проектында еңеүселәрҙең һәм партнерҙарҙың исемдәре менән флагты Төньяҡ полюста ҡуйырға ниәтләйҙәр. Ошо көндәрҙә Барнео поляр станцияһына Рәсәй космонавтары отряды осто, уларға проект символы тапшырылған да инде. Проект етәксеһе Наил Мәхмүтов хәбәр итеүенсә, был республика рәссамдарының исемдәрен һәм ижадын популярлаштырыу маҡсатында эшләнә.
Шулай уҡ арт-проектта ҡатнашыусылар Башҡортостан райондары буйлап сәфәрен дауам итә.
«Стәрлебаш, Иглин ауылдарына булдылар, Федоровка һәм Красноусол ауылдарына, Бәләбәй ҡалаһына сәфәр ҡылыу күҙаллана. Урындарҙа күргәҙмәләр ойошторола, ижади кисәләр үтә. Беҙҙең менән эстрада йондоҙҙары Нәзифә Ҡадырова һәм Ғәли Алтынбаев, автор-башҡарыусы Рәмил Бәҙәмшин бара, улар концерттар менән сығыш яһай», — тип асыҡланы Наил Мәхмүтов.
«Башҡортостандың яратҡан рәссамдары» проекты 2018 йылда форматын киңәйтте – уға «Скульпторҙар», «Графиктар», «Фоторәссамдар» һәм «Биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫталары» кеүек яңы жанрҙар инде. Жюри составы ла артты. Яңы номинациялар буйынса эксперттар иҫәбенә сәнғәт белгесе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең Рәссамдар союзы һәм Сәнғәт белгестәре ассоциацияһы ағзаһы Ирина Оськина, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы комиссияһы рәйесе Гөлназ Ҡолһарина, техник фәндәр кандидаты, «Туған тел» телеканалы директоры Азат Вәхитов инде.
http://www.bashinform.ru/news/1132862-flag-s-imenami-pobediteley-proekta-lyubimye-khudozhniki-bashkirii-ustanovyat-na-severnom-polyuse/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика