05:25 (UTC+5), 22 Марта 2018

Башҡортостан ирекмәндәре Европалағы «Вики-яҙ 2018» марафонында ҡатнаша

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ғәҙәттәгесә 21 мартта, быйыл иһә дүртенсе тапҡыр, Wikimedia CEE Spring 2018 халыҡ-ара марафоны – Үҙәк һәм Көнсығыш Европа википедистарының ошо илдәр хаҡында Википедия мәҡәләләре яҙыу буйынса уртаҡ проекты башланып китте. Абруйлы марафонда популяр интернет-энциклопедияның башҡорт бүлеге ирекмәндәре лә ҡатнаша. Марафон 31 майҙа тамамлана.
«Был ижади марафонда өсөнсө йыл ҡатнашабыҙ. Ул Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәрҙе Википедия уҡыусылары өсөн Европа халыҡтары телдәрендә таратыу өсөн бик шәп майҙансыҡ булып тора. Алдағы ике марафонда 26 тел бүлеге ирекмәндәре республикабыҙ хаҡында 638 мәҡәлә яҙҙы, уларҙан «Салауат Юлаев» — 20, «Земфира» — 19, «Урал батыр» — туғыҙ, «Башҡорт аты» мәҡәләләре ете телдә сыҡты. Быйыл марафон сиктәрендә яҙылған мәҡәләләр һаны меңдән артыр тип ышанабыҙ.
Башҡорт бүлеге ирекмәндәре ике йылда Европа илдәре хаҡында 718 мәҡәлә яҙҙы. Был марафонда шулай уҡ мәҡәләләр һаны меңдән ашыр тигән ихтималлыҡ бар», — тип аңлатты Википедияның башҡорт бүлеге администраторы Рөстәм Нурыев.
Башҡорт ирекмәндәре шулай уҡ «Башҡортостан 100» халыҡ-ара марафонының дүртенсе этабын үткәрә, ул 21 февралдә башланып китте һәм 31 майға тиклем дауам итә.
http://www.bashinform.ru/news/1132604-volontery-iz-bashkortostana-uchastvuyut-v-evropeyskoy-viki-vesne-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика