04:55 (UTC+5), 21 Марта 2018

Өфөлә халыҡ риүәйәтселәре «Сәсән һәм Донъя» концертында сығыш яһаясаҡ

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә халыҡ һүҙ оҫталарының, риүәйәтселәрҙең, музыканттарҙың «Сәсән һәм Донъя» тип исемләнгән ҙур концерты үтә. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм 2020 йылғы Бөтә донъя Фольклориадаһына арналған сара 26 мартта була.
Үҙ оҫталыҡтарын сәсәндәр, оҫта музыканттар: Рәсәйҙә һәм республикала күренекле ғалим-сәсән, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Халыҡ-ара аҡындар, дастансылар бәйгеһе, «Рәсәй тауыштары» бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Розалиә Солтангәрәева (проект авторы) һәм М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты янындағы Сәсәндәр мәктәбенән уңың уҡыусылары: Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илшат Мөслимов (скрипка), халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гүзәл Үмәрғәлина (думбыра), «Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле солисы Зәлиә Ғәниәтуллина (ҡыл-ҡумыҙ), Рөстәм Ғүмәров, Байрас Күсәрбаев (ҡурай), Иршат Ильясов (думбыра), Сәнғәт училищеһының думбырасылар ансамбле, йырсылар күрһәтәсәк.
Концерт Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм «Башҡортостан Республикаһы Сәсәндәр үҙәге» фольклорын үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма ойоштороуында һәм булышлығында уҙа.
Халыҡ ижадын үҙ итеүселәрҙе Кәсепселек урамы, 17 адресы буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йортонда көтәләр. Киске сәғәт 7-лә башлана.
http://www.bashinform.ru/news/1131800-v-stolitse-bashkortostana-narodnye-skaziteli-vystupyat-na-kontserte-sesen-i-mir/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика