11:46 (UTC+5), 21 Марта 2018

«Етегән» фильмы I Халыҡ-ара төрки кино фестивалендә ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Ҡазанда I Халыҡ-ара төрки кино фестивале асыла. Башҡортостандан унда милли риүәйәттәр һәм халыҡ йырҙары мотивтары буйынса «Етегән» музыкаль фильмы ҡатнаша. Картинаның режиссеры — Айсыуаҡ Йомағолов, идея авторы, ҡуйыусы оператор һәм продюсер— Рияз Исхаҡов. Фильм ете ҡыҙ легендаһына һәм «Таштуғай», «Алпамыша», «Маһисәрүәр», «Бала ҡарға» кеүек халыҡ йырҙарына нигеҙләнеп төшөрөлгән.
Кинофорумда Рәсәй, Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Азербайжан һәм Төркмәнстан вәкилдәре ҡатнаша. Илебеҙ исеменән фестивалдә Татарстан, Башҡортостан, Яҡутстан, Хакасия, Төньяҡ Кавказ һәм Сыуашстан кинематографистары сығыш яһай.
2017 йылда Истанбулда Төрки донъя кино ассоциацияһы президиумының беренсе ултырышында ошондай фестивалде ойоштороу тәҡдиме индерелгәйне. Фестиваль йыл һайын илдән-илгә күсеп йөрөргә тейеш. Был саҡта фильмдарҙы күберәк тамашасылар ҡарай ала.
Фестиваль Татарстандың Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Ассамблея булышлығында уҙғарыла. Ижади осрашыуҙар ҙа шунда була. Халыҡтар дуҫлығы йорто Науруз байрамын да ойоштора, унда фестивалдә ҡатнашыусылар — төрлө илдәрҙең кинематографистары саҡырыла. Форум барышында Төрки донъя кино ассоциацияһының башҡарма комитеты ултырышы үтә.
Фестивалдә наградалар тапшырыу ҡаралмаған. Төп бүләк — залдарҙы тулы булыуы, тине кинематографистар.
http://www.bashinform.ru/news/1132531-na-i-mezhdunarodnom-festivale-tyurkskogo-kino-bashkortostan-predstavlyaet-muzykalnyy-film-etegen/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика