10:04 (UTC+5), 20 Марта 2018

Республика вәкилдәре Мәскәүҙә «Иҫке Арбатта Науруз көндәре»ндә ҡатнашты

Гөлсәсәк Ханнанова
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 15-18 мартта Мәскәүҙә «Иҫке Арбатта Науруз көндәре» уҙҙы. «Арбат 24» сауҙа-күргәҙмә комплексындағы байрамды асыу тантанаһында Рәсәйҙең министрлыҡ һәм ведомство, дипломатик корпус һәм халыҡ-ара ойошмалар, киң мәғлүмәт саралары, «Науруз»ды билдәләгән илдәр, милли диаспоралар вәкилдәре ҡатнашты. Башҡортостандан унда «ИКАТ МЕ» һәм «Руками Востока» ижади оҫтаханалары сығыш яһаны. Тажик кинорежиссеры Али Хамраев менән ижади осрашыуҙа Өфө журналисы, Башҡортостандың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гүзәл Агишева ҡатнашты.
Тажикстан Республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Имомуддин Сатторов сараны асып, Науруздың («Яңы көн» тигәнде аңлата) донъялағы иң боронғо байрамдарҙың береһе булыуын билдәләне. «Иҫке Арбатта Науруз көндәре» Мәскәү халҡын һәм ҡунаҡтарын Наурузды байрам итеү традициялары менән таныштырыу маҡсатында ойошторола. Байрам ҡунаҡтарына Тажикстан һәм башҡа илдәрҙең милли коллективтары ҡатнашлығындағы концерт, милли кейемдәр күрһәтелде, улар милли аш-һыуҙан ауыҙ итте, байрамдың «Хафт син» һәм «Хафт шин» өҫтәле кеүек традициялары менән танышты. Күргәҙмәлә төрлө халыҡтарҙың халыҡ кәсептәре, төрлө илдәрҙең туристик мөмкинлектәре тәҡдим ителде, милли рәссамдарҙың экспозицияһы ойошторолдо.
Өфөнән журналист һәм дизайнер Ләйсән Йомағужина «ИКАТ МЕ» бренды аҫтында сағыу һәм төрлө кейем коллекцияһын тәҡдим итте. Әлеге ваҡытта ул Мәскәүҙә эшләй. Баш ҡалабыҙҙан Раушан Мирзаулуковтың «Руками Востока» ижади оҫтаханаһы башҡорт сувенирҙары, башҡа халыҡтарҙың халыҡ ижады әйберҙәре, биҙәкле консығыш һауыт-һабаһы һәм башҡа артефакттар менән таныштырҙы.
25 мартта Мәскәүҙәге ВДНХ комплексында «Науруз» байрамының дауамы була. Унда Башҡортостандан артистар һәм башҡа ижади эшмәкәрҙәр ҡатнаша, башҡорт сувенирҙары һәм аҙыҡ-түлек йәрминкәһе уҙғарыла. Атап әйткәндә, «Аҡ тирмә» башҡорт фольклор коллективы байрамға ҙур программа әҙерләй.
Байрам тураһында телесюжетты «Мир» телеканалында ҡарарға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1131700-predstaviteli-bashkirii-prinyali-uchastie-v-dnyakh-navruza-na-starom-arbate-v-moskve/
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика