06:35 (UTC+5), 20 Марта 2018

«Китап» нәшриәте Зәйнәб Биишеваның 110 йыллығына юбилей саралары үткәрә

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның 110 йыллыҡ юбилейына һәм Башҡортостан «Китап» нәшриәтенә уның исемен биреүгә 10 йылға арналған тантаналар уҙғара.
Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында хәбәр итеүҙәренсә, юбилей саралары 23 мартта Октябрь проспекты, 2 адресы буйынса нәшриәттең тамаша залында үтә. Көндөҙгө беренсе яртыла Зәйнәб Биишева һәйкәленә сәскә һалалар. Сәғәт икелә – төп саралар башлана.
Башҡортостан «Китап» нәшриәте 1919 йылда ойошторолған. Башҡорт, рус, татар, шулай уҡ Башҡортостандың башҡа халыҡтары телдәрендә нәфис, ғилми-популяр, уҡытыу-педагогик, балалар, мәҙәни-мәғрифәт, тыуған яҡты өйрәнеү әҙәбиәте һәм һынлы сәнғәт продукцияһы сығара. Рәсәйҙең Китап сығарыусылар ассоциацияһы ағзаһы. 1992 йылда нәшриәт «Китап» тип йөрөтөлә башлай, 2007 йылда уға башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның исеме бирелә.
http://www.bashinform.ru/news/1131753-bashkirskoe-izdatelstvo-kitap-provedet-yubileynye-meropriyatiya-k-110-letiyu-zaynab-biishevoy-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика