15:22 (UTC+5), 18 Март 2018

Радик Юлъяҡшин: «Рәсәйҙең киләсәге беҙҙән тора, дөрөҫ һайларға кәрәк»

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2018 йыл, 18 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Конгресс-холл янындағы майҙанда «Ҡырым яҙы» тип исемләнгән байрам концерты булды. Сара Ҡырым Республикаһының һәм Севастополдең Рәсәйгә ҡушылыуына дүрт йыл тулыуға арналды. Майҙанға йөҙҙәрсә кеше йыйылды, улар араһында йәштәр ҙә байтаҡ ине, күптәр ғаиләләре менән килгән.
Концертта популяр артистар — «Карауан» һәм «Sunrise» төркөмдәре, Zaynetdin этно-проекты һәм меңдәрсә тамашасының кумиры Elvin Grey (Радик Юльякшин) сығыш яһаны. Башҡортостандың халыҡ артисы үҙ сығышын «Тыуған тупраҡ тарта» йыры һәм «Ниһайәт, мин тыуған еремдә, дуҫтар!» тигән һүҙҙәр менән башлап ебәрҙе. Ул бер нисә популяр йырын башҡарҙы, тамашасылар ҙа уға ҡушылып йырланы.
«Рәсәйҙең, халыҡтың киләсәге беҙҙән генә тора, дөрөҫ һайларға кәрәк», — тине Радик Юлъяҡшин. Йырсы иртән Әлмәт ҡалаһында тауыш биргән. Артист әйтеүенсә, ул «Ҡырым яҙы» концертында тәүгә сығыш яһамай, ләкин бер тапҡыр ҙа Ҡырымға барғаны юҡ икән.
http://www.bashinform.ru/news/1130170-radik-yulyakshin-budushchee-rossii-zavisit-tolko-ot-nas-nuzhno-delat-pravilnyy-vybor/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика