09:19 (UTC+5), 16 Март 2018

Өфөлә «Һәҙиә» әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Һәҙиә» әҙәби конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурсҡа үҫмерҙәр өсөн күләмле проза әҫәрҙәренең ҡулъяҙмалары ҡабул ителде. Әҙәби бәйгелә билдәле яҙыусылар менән бер рәттән китап уҡыусыларға таныш булмаған авторҙар ҙа ҡатнашты.
Беренсе, икенсе, өсөнсө урындар, ике дәртләндереү премияһы ҡаралғайны. Конкурс аноним рәүештә уҙҙы, хәҙер иһә авторҙарҙың фамилияларын асыҡларға кәрәк.
«Мин бик ҡәнәғәтмен, 13-17 йәшлек үҫеп килгән быуын өсөн яңы әҫәрҙәр ижад ителде», — тине конкурсты ойоштороусы, танылған башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡова. 2017 йылда ул әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһына лайыҡ булғайны. Яҙыусы Башҡортостандың Яҙыусылар союзы булышлығында ошо премияның аҡсаһына әҙәби бәйге ойошторҙо.
«Һәҙиә» конкурсы еңеүселәрен 27 мартта Бөрөлә ғилми-ғәмәли конференция барышында бүләкләү ҡаралған.
http://www.bashinform.ru/news/1128984-v-ufe-literaturnyy-konkurs-khadiya-podvel-itogi/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика