04:00 (UTC+5), 16 Март 2018

Өфөлә «Евразия йөрәге» сәнғәт фестивален үткәреү программаһы билдәле булды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивален үткәреү программаһы билдәле булды. Фестиваль саралары Өфө амфитеатрында 8-12 июндә үтә. Алдағы йылдарҙағы кеүек, баш ҡала халҡын һәм уның ҡунаҡтарын бай йөкмәткеле һәм төрлө-төрлө программа көтә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
8 июндә Башҡортостандың Милли симфоник оркестры менән «Симфоник төн» үтә.
9 июндә фестивалде «Этнотөн» һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме байрамы дауам итә.
10 июндә Йәштәр симфоник оркестры үҙ «Симфоник төн»өн тәҡдим итә.
11 июндә «Ufa-KuraiFest» проекты менән республиканың төбәк бренды – ҡурай фестиваль кисәһенең төп геройы була.
12 июндә фестиваль марафоны ғәҙәттәге гала-концерт менән тамамлана.
Ағымдағы йылда «Евразия йөрәге» III халыҡ-ара сәнғәт фестивале Башҡортостан Республикаһы башлығы грантын алды.
http://www.bashinform.ru/news/1128812-v-ufe-stala-izvestna-programma-provedeniya-festivalya-iskusstv-serdtse-evrazii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика