10:10 (UTC+5), 15 Март 2018

Башҡортостандан «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» форумында ҡатнашыусы: «Элек ғариза ебәрә торғайныҡ, ә хәҙер беҙҙе саҡыралар»

Радмила Дәүләтшинаның шәхси архивы
Радмила Дәүләтшинаның шәхси архивы
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Өфөнән 21 йәшлек Радмила Дәүләтшина «Ижади йәштәр» проекты сиктәрендә Башҡортостандан «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» форумында ҡатнаша. Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетының дүртенсе курс студенткаһы үҙенең «MediaHouse» кино, тетар һәм ТВ лабораторияһы» проекты менән етәкселек итә. Өфө ҡыҙы «Таврида» форумында үҙенең «ҡаҙанышы» менән ике тапҡыр грант (100 мең һум) отто. Был юлы ҡыҙ ғариза биреп торманы.
«Беҙ бер үҙебеҙ команда менән Өфөлә һәм республикала кешеләрҙе кино, театр һәм телевидение сәнғәтенә бушлай өйрәтәбеҙ, — тип «Башинформ» агентлығы менән уртаҡлашты Радмила Дәүләтшина. — Алдан үҙем юл һала, төрлө конкурстарға ғариза ебәрә инем, ә «Рәсәй – мөмкинлектәр иле» форумына мине саҡырҙылар». Асыу тантанаһында бейеп һәм Мәскәү оперетта театрында «Анна Каренина» спектаклен ҡарай алдым».
27 февралдә Радмиланың проектына теүәл бер йыл тулды. «MediaHouse» кино, театр һәм ТВ лабораторияһы» башында ҡыҙ фекерҙәштәрҙе менән бергә был сәнғәткә өйрәнергә теләгән 80 кеше йыйҙы. Уҙған көндәрҙә Мәскәүҙәге форумда студентканың проектының икенсе миҙгеле башланды, унда ла 80 ҡатнашыусы яҙылған.
«Рәсәй – мөмкинлектәр иле»ндә үҙ проектым тураһында һөйләргә һәм яңы белем тупларға ниәтләнәм», — тип һөйләне Радмила.
«Рәсәй – мөмкинлектәр иле» форумы Мәскәүҙә «ВДНХ» күргәҙмә комплексында үтә. Башҡортостандан унда төрлө проекттарҙан кәмендә 11 ҡатнашыусы бар.
Асыҡ платформа асыҡ социаль лифттар системаһын үҫтереү, төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендә һәләтле йәштәр һәм профессионалдар үҙ-үҙен тормошта тапһын, шулай уҡ шәфҡәтлелеккә ярҙам итеү һәм иң яҡшы ижтимағи башланғыстарҙы туплау өсөн Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы буйынса ойошторолдо.
http://www.bashinform.ru/news/1128231-uchastnitsa-foruma-rsv-iz-bashkirii-ranshe-my-podavali-zayavki-a-teper-nas-priglashayut/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика