05:40 (UTC+5), 14 Марта 2018

Республика ғалимдары IV Бөтә Рәсәй фольклорсылар конгресында ҡатнашты

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Тулала IV Бөтә Рәсәй фольклорсылар конгресы үтте. Ул яҙыусы һәм фольклорсы П.В. Киреевскийҙың тыуыуына 210 йыл тулыуға һәм А.Н. Веселовскийҙың 180 йыллығына арналды. Сарала донъяның 19 иленән һәм Рәсәйҙең 50 төбәгенән халыҡ мәҙәниәте буйынса 300-ҙән ашыу ғалим һәм белгес ҡатнашты. Программаға 16 секция, өс һүҙ көрәштереү майҙансығы, халыҡ мәҙәниәтен һәм ғилми баҫмаларҙы актуалләштереү буйынса проекттар менән таныштырыу инде.
Конгресс эшендә Башҡортостан вәкилдәре – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәрҙәре Мираҫ Иҙелбаев, Розалиә Солтангәрәева, Гөлнур Хөсәйенова, Олеся Әхмәдрәхимова, Фәнирә Ғайсина, Айгөл Хәкимйәнова, Рәфилә Зиннурова ҡатнашты.
«Һайлап алыу ҡаты булды, алдан ебәрелгән ғаризалар буйынса саҡырҙылар. Беҙҙең делегация иҙ ҙурҙарҙың береһе – ете кеше булды. Был фольклорыбыҙҙың бай булыуы һәм һайланған темаларҙың көнүҙәклеге менән аңлатыла. Докладтарҙа башҡорт мифологияһы персонаждары, айырым әкиәттәрҙең күп төрлөлөгө, сәсәндәр-риүәйәтселәр, башҡорттарҙың йыр ижады хаҡында әйтелде, — тип һөйләне Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейының ғилми хеҙмәткәре Олеся Әхмәдрәхимова. — Конгресс – халыҡ ижадының байлығын күрһәтеү, башҡа төбәктәрҙән коллегалар менән бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеге биргән үҙенсәлекле майҙансыҡ ул».
Сара сиктәрендә этнографик, фольклор фильмдар күрһәтелде, экскурсиялар, концерттар, музейҙарға йөрөү ойошторолдо.
http://www.bashinform.ru/news/1127815-uchenye-bashkortostana-prinyali-uchastie-v-iv-vserossiyskom-kongresse-folkloristov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика