08:30 (UTC+5), 14 Марта 2018

22 мартта Мәскәүҙә «Алтын битлек» фестивалендә Башҡорт театрының «Антигона»һы сәхнәләштерелә

Роман Шумнов
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 13 мартта Рәсәйҙең төп милли театр премияһы — «Алтын битлек»кә дәғүә иткән спектаклдәр күрһәтелә башланы.
Программала М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Антигона» спектакле лә бар. Ул 22 мартта А.С Пушкин исемендәге театрҙың төп сәхнәһендә ҡуйыла.
«Антигона» ете номинацияға тәҡдим ителгән: «Иң яҡшы ҙур формалағы спектакль», «Иң яҡшы режиссер эше» — Фәрит Бикчәнтәев, «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» — Антигона роле өсөн Лилиә Ғәлина, «Иң яҡшы ир-егет роле» — Креон роле өсөн Олег Ханов, «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» — Исмена роле өсөн Гөлмирә Исмәғилева, «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» — Хор роле өсөн Алмас Әмиров, «Иң яҡшы рәссам эше» — Альберт Нестеров.
Рәсәйҙең төп театр премияһы — «Алтын битлек» 1993 йылда илдең Театр эшмәкәрҙәре союзы тарафынан булдырылған. Ул театр сәнғәтенең бөтә төрҙәрендә (драма, опера, балет, заманса бейеү, оперетта/мюзикл, ҡурсаҡ театры) миҙгелдең иң яҡшы эштәре өсөн бирелә. Премия лауреаттары йыл һайын ойошторолған спектаклдәр фестивалендә билдәләнә. «Алтын битлек» премияһын тапшырыу тантанаһы 15 апрелдә Ҙур театрҙың Яңы сәхнәһендә уҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1127611-antigonu-bashkirskogo-teatra-pokazhut-na-zolotoy-maske-v-moskve-22-marta/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика