Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Март 2018, 11:00

Өфөлә күренекле яҙыусы һәм ғалим Ғәлимйән Ибраһимовтың мираҫы хаҡында һөйләйҙәр

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөлә 24 мартта Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арналған «Ғәлимйән Ибраһимов мираҫы» ғилми-ғәмәли конференция үтә. Конференция яҙыусы, ғалим, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәре, Рәсәй федерализмы башында торған һәм ике республика – Башҡортостандың һәм Татарстандың ойошторолоуына тос өлөш индергән кеше – Ғәлимйән Ибраһимовтың мираҫына арналған.
Форумға танылған яҡташыбыҙҙың күп ҡырлы мираҫын өйрәнеүсе тел белеме, мәғариф, әҙәбиәт һәм тарих өлкәһендәге ғалимдар, белгестәр йыйыласаҡ. Атап әйткәндә, Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың, Башҡортостан Башлығы ҡарамағында Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса совет рәйесе Вячеслав Петковтың, Болгария ислам академияһы Рәсәй ислам институты һәм Ҡазан ислам университеты ректоры профессор Рафиҡ Мөхәмәтшиндың сығышы күҙаллана. Конференцияла ҡатнашыусыларға «Төндәге йәшен» (авторы Марат Ибраһимов, режиссеры Мариэтта Шамсиева) фильмы тәҡдим ителәсәк. Ауырғазы тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Саимә Әминева Ғәлимйән Ибраһимовтың тормошона һәм ижадына арналған музей экспозицияһы хаҡында һөйләйәсәк.
Конференцияны үткәреү урыны: Сочи урамы, 43, «Ихлас» мәсете, конференц-зал.
Башлана иртәнге сәғәт 10-сы яртыла.
Теүәл бер йыл элек Ғәлимйән Ибраһимовтың тыуыуына 130 йыл тулыуҙы билдәләнеләр. Ул саҡта уның тыуған ерендә, Ауырғазы районының Солтанморат ауылында, Башҡортостандың һәм Татарстандың яҙыусылары, ғалимдары, журналистары ҡатнашлығында юбилей саралары үтте.
Солтанморат ауылында яҙыусының йорт-музейы бар. Өфөлә уның хөрмәтенә бульвар аталған. 1993 йылда Ибраһимов бульвары буйынса 25-се йортта таҡтаташ ҡуйылды. Ҡазанда уның исемен йөрөтөүсе проспект һәм гимназия бар, һәйкәл һәм яҙыусының бюсы ҡуйылған. Рәсәй Фәндәр академияһы Ҡазан филиалының Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты Ибраһимовтың исемен йөрөтә.
http://www.bashinform.ru/news/1127265-v-ufe-budut-govorit-o-nasledii-vydayushchegosya-pisatelya-i-uchenogo-galimdzhana-ibragimova-/
Автор:Әлим Фәйезов
Читайте нас: