Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.64
-0.52
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Март 2018, 11:30

«Мираҫ» йыр һәм бейеү ансамбле Мари Илендә Халыҡ-ара конкурс-фестивалдә ҡатнаша

Азат Юлбарыҫов
Азат Юлбарыҫов
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле абруйлы ҡунаҡ сифатында «Михаил Мурашко дуҫтарын саҡыра» халыҡ-ара конкурс-фестивалендә ҡатнаша. Ул 29-31 мартта Мари Иле Республикаһында – Йошкар-Ола ҡалаһында үтә. Өфө ансамбле шулай уҡ фестиваль сиктәрендә ике соло концерт бирә.
«Михаил Мурашко дуҫтарын саҡыра» конкурс-фестивале 2011 йылдан уҙғарыла һәм быйыл һигеҙенсе тапҡыр була. Унда Мәскәүҙән, Пермь крайынан, Түбәнге Новгород һәм Яңы Себер өлкәләренән, Красноярск крайынан, Татарстан, Сыуашстан, Мари Иле республикаларынан хореография коллективтары һәм башҡарыусылар ҡатнаша. Яҡын һәм сит илдәрҙән, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡатнашыусыларҙың килеүе көтөлә.
Конкурс-фестивале президенты һәм жюри рәйесе – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Мари Иле Республикаһының халыҡ артисы, Дәүләт премиялары лауреаты, Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институты профессоры, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы янындағы Халыҡ-ара Мәғлүмәтләштереү академияһы академигы Михаил Мурашко. Шулай уҡ конкурс жюрийы составында – заманса хореография, классик һәм халыҡ бейеүе буйынса профессиональ белгестәр.
«Йыл һайын был фестиваль профессиональ коллективтың сығышы менән тамамлана. Быйыл беҙҙең ансамблгә ошондай хөрмәт күрһәтелде. «Мираҫ» фестиваль сиктәрендә Йошкар-Ола ҡалаһында шулай уҡ ике соло концерт менән сығыш яһаясаҡ. Программала – Рәсәй һәм донъя халыҡтары йырҙары һәм бейеүҙәре», — тип сәфәргә аңлатма бирҙе ансамбль директоры Байрас Ишберҙин.
Конкурс-фестивалде ойоштороусылар – Мари Иле республикаһының Мәҙәниәт, матбуғат һәм милләттәр эштәре буйынса министрлыҡ, Я. Эшпай исемендәге Дәүләт филармонияһы булышлығында Республика халыҡ ижады һәм мәҙәни-ял эшмәкәрлеге ғилми-методик үҙәге, Йошкар-Ола ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт идаралығы.
http://www.bashinform.ru/news/1126740-ansambl-pesni-i-tantsa-miras-primet-uchastie-v-mezhdunarodnom-konkurse-festivale-v-mariy-el/
Автор:Ләйлә Аралбаева
Читайте нас: