07:00 (UTC+5), 06 Март 2018

Өфөлә Рудольф Нуриевтың 80 йыллығына «ӨФӨ.NUREEV» тигән кисәләр була

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының матбуғат хеҙмәте
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Рудольф Нуриевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға «ӨФӨ.NUREEV» кисәләр серияһы үтә. Проектҡа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Руди — Never off…» спектакле (15 март), Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә Лев Степанов һәм Заһир Исмәғилевтың «Сыңрау торна» балеты (16 март), шулай уҡ гала-концерт (17 март) инә.
Театрҙың йәмәғәтселек менән элемтә буйынса баш белгесе Лариса Сакаева хәбәр итеүенсә, гала концертта:
- Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы тәрбиәләнеүселәре (Өфө);
- XIII Халыҡ-ара балет һәм хореография артистары конкурсы еңеүселәре, Мәскәү дәүләт хореография академияһы студенттары Елизавета Кокорева һәм Денис Захаров (Мәскәү);
- Мариин театры солисы, «Ҙур балет» телепроекты еңеүсеһе Рената Шакирова (Санкт-Петербург);
- Мариин театрының Приморье сәхнәһе солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Ирина Сапожникова (Владивосток);
- Муса Йәлил исемендәге Татар дәүләт академия опера һәм балет театры солисы Илнур Ғәйфуллин (Ҡазан);
- халыҡ-ара конкурстар лауреаты, «London Russian Ballet School» резидент-хореографы Дмитрий Антипов (Лондон);
- Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының алдынғы солистары ҡатнаша.
Рудольф Нуриев Өфөлә тыуып үҫкән һәм тәүге ижади аҙымдарын да ошонда яһай. Уның бейеү тормошона юлы бала сағында «Сыңрау торна» балетында Зәйтүнә Насретдинованың төп партияла илһамланып башҡарыуынан алған тәьҫораттарҙан башлана. Ир бала уның сығышын ете йәшендә күрә. Нәҡ ошо спектакль буласаҡ бейеүсенең ижади яҙмышын хәл итә.
1953 йылда Рудольф Нуриев Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры ҡарамағындағы балет студияһын тамамлай. 1955 йылда театр коллективы менән Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә юллана. Рудольф Нуриев декада сиктәрендә театр тәҡдим иткән «Сыңрау торна»ла таяҡ тотҡан егет ролен уңышлы башҡара һәм тәнҡитселәрҙән, А. Я. Ваганова исемендәге Ленинград хореография училищеһы уҡытыусыларынан маҡтау һүҙҙәре ишетә. Шул уҡ йылда ул училищеға уҡырға инә. Унда күренекле уҡытыусы Александр Пушкиндың класында шөғөлләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1125394-v-ufe-k-80-letiyu-rudolfa-nureeva-proydet-seriya-vecherov-ufa-nureev-/
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика