10:04 (UTC+5), 05 Март 2018

Республикала Зәйнәб Биишева исемендәге премияның 2017 йылғы лауреаттары билдәләнде

Күгәрсен районы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 2 мартта, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға бағышланған юбилей тантаналары барышында, яҙыусының тыуған яғы Күгәрсен районында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында «Биишева уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Конференцияла республикабыҙҙың төрлө район һәм ҡалаларынан килгән уҡытыусылар, халыҡ яҙыусыһының туғандары һәм яҡындары, Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһы лауреаттары, танылған яҙыусылар, шағирҙар, күренекле яҡташтар ҡатнашты.
Премияның 2017 йылғы лауреаттары исеменә Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәзитов, профессор, ғалим Әкрәм Бейешев (үлгәндән һуң) һәм «Күгәрсен хәбәрҙәре» гәзите журналисы Гөлдәр Абдуллина лайыҡ булды.
Зәйнәб Биишева исемендәге район әҙәби премияһы 1998 йылдан алып халыҡ яҙыусыһының исемен мәңгеләштереүгә, уның ижади мираҫын пропагандалауға һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индергән, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн тапшырыла. Ошо осорҙа 51 кеше ошо абруйлы премияға лайыҡ булды, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенән.
http://www.bashinform.ru/news/1124435-v-bashkirii-opredelil-laureatov-premii-imeni-zaynab-biishevoy-za-2017-god/
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика