03:30 (UTC+5), 05 Март 2018

Рөстәм Хәмитов Илеш районында яңы мәҙәниәт йортонда булды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Илеш районына эш сәфәре барышында «Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект» программаһы сиктәрендә Иҫке Күктау ауылында төҙөлгән яңы мәҙәниәт йортонда булды.
Ауыл мәҙәниәт йорто уҙған йылдың яҙында төҙөлә башланы. Проект республика ҡаҙнаһынан финансланды, уның хаҡы 28 миллион һум тәшкил итте. 600 квадрат метр майҙандағы бер ҡатлы бинала концерт, йыйылыш һәм спорт саралары үткәреү өсөн тәғәйенләнгән 300 урынлыҡ универсал тамаша залы, шулай уҡ китапхана, компьютер класы, методик кабинеттар һәм түңәрәктәр өсөн бүлмәләр урынлашҡан.
Мәҙәниәт йортон тантаналы рәүештә ғинуар аҙағында астылар. Бөгөн бында мәктәп уҡыусылары, урындағы ижади коллективтар шөғөлләнә.
Республика Башлығы универсал залды ҡараны, эшләнгән эштәрҙең сифатын баһаланы, китапханала булды, унда китап фондын тулыландырыу йышлығы, интернетта электрон мәғлүмәт ресурстары менән файҙаланыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
- Башҡортостан Республикаһы – иҡтисади йәһәттән Рәсәй Федерацияһының бик ныҡлы һәм ҡеүәтле төбәге, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ресурстарыбыҙ бар. Бөтә төбәктәрҙә бындай объекттар барлыҡҡа килмәй, ә беҙҙә улар төҙөлә. Бар ерҙә лә ошондай кимәлдә ҙур төҙөлөштәр алып барылмай, ә беҙҙә бара. Артабан да шулай буласаҡ.
Иҫке Күктау ауылында Башҡортостан Башлығы мәҙәниәт йорто янында урынлашҡан мәсеттә булды.
http://www.bashinform.ru/news/1124491-rustem-khamitov-posetil-novyy-dom-kultury-v-ilishevskom-rayone/
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика