13:48 (UTC+5), 28 Февраль 2018

«Спектакль уңышлы килеп сыҡты» — Гүзәл Яхина Башҡорт драма театрында ҡуйылған «Зөләйха күҙҙәрен аса» тамашаһы хаҡында

автор, Шәүрә Ғәббәсова, Башҡорт драма театры
автор, Шәүрә Ғәббәсова, Башҡорт драма театры
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Гүзәл Яхина М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында сәхнәләштерелгән «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклен (режиссеры Айрат Абушахманов) юғары баһаланы. Тамашаны ҡарағандан һуң бестселлер авторы ғүмерендә тәүге тапҡыр сәхнәгә күтәрелеп, актерҙар менән бергә аяғүрә тороп ҡул сапҡан тамашасыларға баш эйҙе.
Һуңынан Гүзәл Яхина спектаклде ҡуйыусыларға һәм актерҙарға мөрәжәғәт итте.
«Спектакль уңышлы килеп сыҡты! Мин тәү сиратта ошо идеяның авторы Айратҡа һәм һеҙҙең барығыҙға рәхмәтлемен. Китапты яҙғанда шундай сәхнә әҫәре булыр тип күҙ алдына ла килтермәгәйнем. Минеңсә, спектакль булараҡ «Зөләйха» тыуҙы», — тине яҙыусы.
Спектаклде бик тулҡынланып, йә тамашасы, йә автор күҙлегенән ҡараным, тип хәбәр итте Гүзәл Яхина. Китап авторы бөтә актерҙарға ла рәхмәт белдерҙе һәм иҫтәлеккә фотоға төштө. Кисә спектаклдә Татарстан Республикаһы вәкилдәре — театр тәнҡитсеһе Нияз Игламов һәм «Татар-информ» журналисы Рүзилә Мөхәмәтова бар ине.
Көндөҙ Гүзәл Яхина Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҡыусылар менән осрашты, төрлө телдәрҙә донъя күргән китап тышлыҡтары күргәҙмәһен ҡараны, барлыҡ һорауҙарға ла ентекле яуап бирҙе, китаптарға автографын да ҡуйҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1122447-spektakl-poluchilsya-poluchilsya-velikolepnym-guzel-yakhina-o-postanovke-bashdramteatra-zuleykha-otk/
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика