07:35 (UTC+5), 28 Февраля 2018

Республиканың 100 йыллығына «Минең данлы Башҡортостаным!» поэмалар конкурсы иғлан ителде

inter-konkurs.ru
Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2018 йыл, 28 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына «Минең данлы Башҡортостаным!» поэмалар яҙыу буйынса конкурс иғлан ителде.
Конкурс 2018 йылдың 1 февраленән 30 ноябренә ҡәҙәр башҡорт телендә шиғриәт (поэма) номинацияһы буйынса үтә. Конкурсҡа 18 йәше тулған, Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә йәшәүсе һәм уның гражданы булған авторҙарҙан әҫәрҙәр ҡабул ителә. Еңеүселәрҙең һәм призерҙарҙың әҫәрҙәре «Ағиҙел» журналында баҫылып сығасаҡ.
Конкурс һөҙөмтәһендә алты призлы урын билдәләнә. Номинацияла еңеүселәр 50 мең, 30 мең һәм 15 мең һум күләмендә аҡсалата премия һәм маҡтау дипломы менән бүләкләнә. Ҡулъяҙмалар һәм ҡатнашыуға ғариза электрон формала ҡабул ителә. Конкурс тураһында положение Яҙыусылар союзы сайтында баҫылған.
Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, республиканың Мәҙәниәт министрлығы, республиканың «Ағиҙел» ижтимағи -сәйәси һәм әҙәби-нәфис журналы. Конкурстың төп маҡсаты – һәләтле шағирҙарҙы асыҡлау, улар үҙҙәрен күрһәтә алһын өсөн шарттар булдырыу, республика халыҡтары тарихын һәм мәҙәниәтен популярлаштырыуға тос өлөш индерә алған шиғри әҫәрҙәр авторҙарын дәртләндереү, республика ойошторолған саҡта башҡорт халҡының яҙмышы хаҡында иң яҡшы әҫәрҙәр эҙләү, Башҡортостан тарихына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи йолаларына хөрмәт һәм һаҡсыл ҡараш булдырыу.
http://www.bashinform.ru/news/1122605-k-100-letiyu-respubliki-obyavlen-konkurs-poem-moy-slavnyy-bash-ortostan-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика